Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
23 Ғинуар 2022, 18:00

Силәгенә күрә --ҡапҡасы

Вахтовик оҙатыусы ҡатындар вахтовиктың хәс үҙе кеүек бит ул. Силәгенә күрә --ҡапҡасы. Ул вахта тормошон иренә ҡарағанда ла күберәк белә, как будто ғүмер буйы вахта һурпаһын эскән. Сумканы вахтовичка безразмерный, ирҙе атлант тип уйлай. Бик булмаһа Шварцнеггер тип. Таксиға ике вахтовик ултырһа таксистҡа урын юҡ, хоть төшөп ҡал. Әлеге лә баяғы бисә винауат, әйттем һалма тип, тыңҡыслап тултырған, и вообще был сумка минеке түгел ти. Иргә тәмле лә булһын, арзанда булһын, ябығып та ҡайтһын, күберәк сало ашаһын өшөмәҫкә, оҙаҡлап бешеренеп этләнмәҫкә әҙер ҙә булһын.

Силәгенә күрә --ҡапҡасы
Силәгенә күрә --ҡапҡасы

Ашау араһында ҡапҡыларға бер туҡһан штук китайский лапша ла булһын. Монолог вахтовички: Ана ҡәйнәң ебәргән үләндәрҙе һалдым, әсәйҙән ике пар йылы носки, быныһын апайым ебәргән, апайым улына бәйләгән дә ҙур булған , һиңә эштә ярай ул . Йылы тәнеңдә туҙһын Ә бынау ҡорот балконда ята, алып кит теге ваҡыт сумкаңа һыймағайны . Беҙгә килен свежийҙы алып килгән.Атыу ҡорот менән холодильник тулып бара . Анау ултырған көнбағыш майын онотма, ҡыҙҙырғанда сәсрәп йонсой, мин иртәгә икенсене алам . Ә анау трикоңды алып кит, бында шифоньер тултырып ята. Бынау салбарыңды апкитмәһәң ырғытам, барыбер ни һиңә ни миңә ярамай . Ауылда былай ҙа ҡый - ҡыпыр күп, кейеүсе кеше юҡ. Анау бер йылы ҡаҙып алып килгән тамырҙар ята, алып барып ҡайнатып эс. Кем белһен нимә тамыры икәнен. Бушҡа йыймағанбыҙҙыр әле. Ошо балконды сығып бер убирать итһеңме надоел спецовкаларың. Апҡайтма бүтән. Бынауһын фермерға биреп бер биш кило иткә йә шәкәргә алмаштырам. Ә быныһын комиссионкаға сдавать итер кәрәк. Быныһын да ташламай торам әле .Өйгә күскәс мунса яҡҡанда үҙем булһа ла кейермен . Ә һин эштә эшләмәйһеңдер ул, вис бында ташығас. Эшләмәгәс нишләп бирәләрҙер ул йөк итеп.


Ә һеҙҙең вахтовиктың эшкә йыйынғанын күргәнегеҙ юҡтыр ..Әҙерәк таныштырайым әле.
Был әҙәмдәр үҙҙәре бер төрлө . Ул Плюшкин кеүегерәк (персонаж). Сумкаһында тормош көтә торған бөтә нәмәһе бар. Айға, айға түгел йылға ташлап китһәләр ҙә ыһ та тимәҫ. Марсҡа төшһә лә выживет. Тәк вот ул таксиға ултырғанда уҡ башҡаларҙан вйырыла. Арлы - бирле хушлаша ла, әп итһә итә , итмәһә юҡ , ашыға ,түҙмәй , как будто берәүһе ҡунаҡҡа көтә . Сығыр алдынан сумканы йөҙ ҡүтарып , йөҙ тултыра. Онотоп китмәйем йәнәһе. Үҙе онотһа ла, бисә ғәйепле.Ярай әле көс төшөрөргә кеше бар . Ул паспортты сығара ла ҡарай сығара ла ҡарай, кеҫәгә түҙемлек бирһен. В итоге таксисты ярты юлдан кире бороп алып ҡайта : паспортты бисә һалмаған тип . Аэропортта металлоискателдә тирләп бешеп эҙләй нишләп сигнал бирә тип. Тишек кеҫәлә ун тинлек төшөп ятҡан да тынғылыҡ бирмәй. Тегеләрҙә уяу вдруг вахтаға мина йә бомба алып китеп баралыр. Самолеттан төшкәс зыҡ ҡуба сумкаһын таба алмай: теге вахтала йыртыҡ сумкаһын алмаштырып , яңы сумкаһын танымай . Ҡатыны бәйләп ебәргән ҡулъяулығын не позорь тип ырғытып киткәнен онота. Ә тегеһе (ҡатыны) әллә билдә өсөн әллә күҙ теймәһен өсөн бәйләп ебәргән. Кем белә инде. Күптәр таба ул тегенән дә бынан мунсаҡ. Ырғытыр ине, ә вдруг юл уңмаҫ , чем черт не шутит .
Общежитиелә , вагончиктә вахта алмашынған көн ҡырмыҫҡа иләүе кеүек. Мыжғып тора. Геүләүе пасекалағы шикелле. Ә һәр кемгә урын етмәй йоҡларға.Ҡайта торған вахта, һәм иртәнге смена, бөтәһенең дә йоҡоһо килә. Самолет икенсе көнө генә. Красный уголокта ултырып йоҡлай инде , берәү телевизор ҡарай , ярай хәҙер интернет бар , нимә менән төн үткәрер инең .
Һәр кем үҙенең тәмле нәмәһе менән бүлешә, өҫтәлдә ашамлыҡ өйөлөп китә.
Күңелле ул вахта тормошо. Өйрәнеп китһәң, һағындыра ла тора ул Себер вахтаһы. Башҡортостанда эш давай тиген дә Себерҙе тапа инде ул. Шаярта. Эш булһа егеттәр ҡыҙҙар бөгөндән ҡайтырға риза. Мин беләм. Черт с ним бер утыҙ мең түләһәләр ҡайтыр инем тиҙәр, зато ҡатын балалар эргәңдә тиҙәр. Ысынлап та үҙ илендә олтан булырға теләүселәр күп.Үҙ илендә шағир үлгәс кәрәк шул беҙҙә.

 

Инсаф Салихов сәхифәһенән.

 

Автор:Гульдар Кадаева