АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
24 Март 2021, 16:00

Айнурға уңыштар теләйбеҙ!

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы ике йыл рәттән конкурстың “Төп ҡатнашыусылары” һәм “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары. Студенттар.” категорияларында ҡатнаша. Быйыл да уҡыу йорто студенттары конкурста тик яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

“Рәсәй - мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарының береһе - “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсында 85 төбәктән һәм 624 ҡаланан 29661 кеше ҡатнашты. Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы ике йыл рәттән конкурстың “Төп ҡатнашыусылары” һәм “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары. Студенттар.” категорияларында ҡатнаша. Быйыл да уҡыу йорто студенттары конкурста тик яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Ярыштың аҙаҡҡы этабының һөҙөмтәләре буйынса уҡыу йортоноң физик культура уҡытыусыһы, рекреация туризмы буйынса дипломлы белгес, ғөмүмән, ихлас сәйәхәтсе Айнур Әминев ярым финалға сыҡты һәм ошо көндәрҙә Краснодар крайында уҙғарылған ярышта ҡатнашасаҡ! Уға проект эшен лайыҡлы яҡлап, туризм буйынса үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн грант отоуын теләйбеҙ!
Шулай уҡ конкурстың ике этабын да уңышлы үткән студенттарҙы ла билдәләп үтергә кәрәк. Әлеге ваҡытта улар проект эштәрен әҙерләү менән мәшғүл. Студенттар ҙа үҙ категорияларында тик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешер, Рәсәй кимәлендә исемдәре яңғырар тигән өмөттә ҡалабыҙ!