Хәҙерге закон буйынса ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн айырым стаж кәрәк ине. Бында эштән тыш ял ваҡыты, хеҙмәткәрҙәрҙең дәүләт социаль страховкалауы буйынса пособие алып ваҡытлыса эшләмәгән (декрет ялы, һәм башҡалар) ваҡыты ла инә.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был исемлекте тағы ла киңәйтмәксе. Ведомство стаж ваҡытына профессиональ һәм өҫтәлмә профессиональ белем алыу ваҡытын да индерергә теләй.
Кемдәр ваҡытынан алда пенсияға сыға ала һуң?
*Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр
*Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар
*Театр, балет, цирк әртистәре
*Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре
*Ауыл хужалығында эшләгән тракторсы-машинистар
*Юл ремонтлау, төҙөлөш, тейәү-бушатыу машиналары машинистары
*Урман ҡырҡыу хужалыҡтары мастерҙары һәм эшселәре ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы.