АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
10 Ноябрь 2020, 13:25

ИҢДӘРЕНДӘ—ЯУАПЛЫ ХЕҘМӘТ

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Сибай ҡалаһы полиция бүлеген 2019 йылдан Дим Әнүәр улы Нәҙербаев етәкләй. Быға тиклем Бөрйән, Баймаҡ райондарындағы Эске эштәр органдарында етәкселек итеп, бай тәжрибә туплап өлгөргәнгә, характеры ла был тармаҡта ныҡлы сыныҡҡан.

Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Уның тарихы алыҫ 1715 йылға барып тоташа.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Сибай ҡа-лаһы полиция бүлеген 2019 йылдан Дим Әнүәр улы Нәҙербаев етәкләй. Быға тиклем Бөрйән, Баймаҡ райондарындағы Эске эштәр органдарында етәкселек итеп, бай тәжрибә туплап өлгөргәнгә, характеры ла был тармаҡта ныҡлы сыныҡҡан. Шуға ла Сибайҙа эшләп китеү бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмаған. Бәләкәйҙән хыялланып, яратып һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бар күңелен һалып эшләй ул. Бүлектең һәр хеҙмәткәре ҡалала йәмәғәт тәртибен һәм граждандарҙың тыныс тормошҡа хоҡуғын һаҡлау өҫтөндә намыҫлы хеҙмәт итә. Уларҙың именлекте яҡлауға һалған фиҙакәр хеҙмәтен, йөкмәтелгән һәр яуаплы эште намыҫлы үтәүен билдәләмәү мөмкин түгел.
Полиция хеҙмәткәр-ҙәре тәүлек әйләнәһенә хоҡуҡ боҙоуҙы, үҫмер-ҙәрҙең һәм йәштәрҙең криминаль эшмәкәрлеккә юлығыуын иҫкәртә, наркоманияның таралыуына, терроризмға, экстремизмға юл ҡуймаҫ өсөн күп көс һала. Улар алып барған шаҡтай ҙур эш енәйәтселектең кәмеүенә булышлыҡ итә.
—Беҙҙең төп бурыс—йәмғиәттең тыныслығын һаҡлау. Уҙған ун ай эсендә енәйәт эштәренең 70 проценты асыҡланды. Ҙур ижтимағи резонанс тыуҙырған ауыр енәйәттәр һирәк булһа ла осрап тора. Улар 100 процентҡа асылһа, шәхси милекте урлауға бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 50 проценты билдәле булды. Сибай ҡалаһында балиғ булмағандар тарафынан һәм төркөм менән енәйәт эштәрен ҡылыуға юл ҡуймау өсөн бер туҡтауһыҙ профилактик саралар уҙғарып торабыҙ. Бынан тыш, магазиндарҙа үҫмерҙәргә тыйылған продукция һатыуҙы асыҡлау өсөн рейдтар ойошторола. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙең халыҡ үтә ышаныусан. Һуңғы арала банк иҫәптәренән аҡса урлау йышайҙы. Күп осраҡта бурҙар үҙҙәрен банк хеҙмәткәре итеп таныштыра һәм карта номерҙарын һорап ала. Һөҙөмтәлә, һаҡлыҡ кенәгәһенә йыйылған аҡсалар юғала. Шуға күрә, халыҡты тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеп үтәм: банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла һеҙҙән карта номерын һорап шылтыратмай, карта асҡанда уҡ уның номерҙарын бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушалар,—ти Дим Әнүәр улы.—Бөгөн полиция бүлектәрендә эшләп ҡарау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, тик хеҙмәткәрҙәргә ҡарата ныҡлы талапты ишетеп баҙап ҡалыусылар бар. Бында мотлаҡ рәүештә әрме хеҙмәтен үткәндәр, һаулығы ныҡ булғандар ғына ҡабул ителә. Хеҙмәт, әлбиттә, юғары компетентлыҡ, ҡыйыулыҡ, фиҙакәрлек, граждандарға ҡарата мәрхәмәтле мөнәсәбәттә булыуҙы, закон мәнфәғәттәрен үтәүҙе талап итә. Сибай ҡалаһы полиция бүлегенең татыу коллективы ҡалаға хеҙмәт итергә теләгән йәштәрҙе эшкә ҡабул итергә һәр ваҡыт әҙер.
Полиция хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, һөнәри һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәүҙә уңыштар теләйем! Ветерандарыбыҙға күп йыллыҡ тырыш хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Сибай Эске эштәр бүлеге начальнигы ҡотлауына ҡушылып, беҙ ҙә полиция хеҙмәткәрҙәренә сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ!