Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
30 Август 2020, 12:47

Татыу коллективта эшләү— ҮҘЕ БӘХЕТ!

Шахта төҙөү, мәғдән сығарыу эше менән яҡындан таныш булғанға күрә ер аҫтындағы был ҡатмарлы эштә тик түҙемлеләр һәм тырыштар ғына эшләй ала тигән фекерҙәмен. Шахтер булырмын тип бер ваҡытта ла уйламаным.

Сибай ҡалаһының 65 йыллыҡ юбилейын билдәләү менән бер рәттән ҡалаға нигеҙ һалыусы шахтерҙарға һәйкәл асыу тантанаһы айырыуса ҡыуаныслы ваҡиға булды. Шул уҡ көндө тау-сәнәғәте предприятиелары хеҙмәткәрҙәре лә тәбрикләнде. Башҡорт шахта төҙөү идаралығының “Вишневский” руднигы ер аҫты үҙйөрөшлө машиналар машинисы Илдар Йомабай улы Хәсәновҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры» исеме бирелде.
Шахтерҙар көнө алдынан был һөнәр асылы менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсаты менән Илдар Йомабай улына мөрәжәғәт иттек.
—Шахтер һөнәре хәүефле һәм ҡатмарлы һаналһа ла, үҙенең абруйы, һәйбәт эш хаҡы түләнеүе менән күп кенә ир-аттарҙың иғтибарын йәлеп итә. Теләгән һәр кем шахтер булып китә аламы?
—Шахта төҙөү, мәғдән сығарыу эше менән яҡындан таныш булғанға күрә ер аҫтындағы был ҡатмарлы эштә тик түҙемлеләр һәм тырыштар ғына эшләй ала тигән фекерҙәмен. Шахтер булырмын тип бер ваҡытта ла уйламаным. Был тармаҡта эшләй башлағас та, был минең эшем түгелдер бәлки, тип уйлаған ваҡыттар ҙа булды. Тик берҙәм коллективыбыҙ, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға торған хеҙмәткәрҙәр булғанға күрә хеҙмәтемә һөйөү уянды. Хәҙер асыҡ һауала эшләүе бөтөнләй икенсе төрлө кеүек тойола.
—Был өлкәлә эшләүегеҙгә быйыл теүәл 15 йыл. Таусы һөнәрен һайлауығыҙ нисегерәк килеп сыҡты?
—Мин Хәйбулла районы Рафиҡ ауылында тыуып үҫтем. Мәктәп йылдарында уҡ шофер булырға хыялландым. Әрме хеҙмәтенән әйләнеп ҡайтҡас та, Матрай совхозына теләгән һөнәрем буйынса эшкә төштөм. Совхоздар эше һүрелә башлағас, 2005 йылда хеҙмәт юлымды Башҡорт шахта төҙөү идаралығындың “Майский” руднигында машинист булып башланым. Бөгөнгө көндә “Вишневский” руднигында эшләп йөрөйөм.
Балаларығыҙҙың шахтерҙар династияһы булдырып, һеҙҙең юлдан китеүҙәрен теләйһегеҙме?
—Мәғдән сығарыу эшенең ни тиклем хәүефле, ҡатмарлы булыуын, бында эшләүселәр генә һәйбәт аңлай. Эшемдең ауыр булы-уын ғаиләмә белдергем килмәһә лә, улар күреп, аңлап тора. Шуға күрә, был һөнәрҙе һайлауҙарын теләмәйем. Шуныһы мөһим, эшкә дәртләндереп тороусы яратҡан ғаиләм булғанда уның ауырлығы һиҙелмәй икән. Ҡатыным Миңзәлә Уфимка ауылында фельдшер-акушер пунктында шәфҡәт туташы булып эшләй. Балаларға, һис шикһеҙ, юғары белем алырға ярҙам итәсәкбеҙ. Әйткәндәй, ҡыҙыбыҙ Рәлиә Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Улыбыҙ Арыҫлан 9-сы класта уҡып йөрөй. Киләсәктә тормошта үҙ урынын табыр тип ышанабыҙ.
-Яҡынлашып килгән Шахтерҙар көнөнә коллегаларығыҙға ниндәй теләктәр еткерерһегеҙ?
- Ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләренә именлек теләйем, дуҫ һәм татыу коллективта артабан да уңышлы эшләргә яҙһын!
Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!