Ҡул эштәренә оҫта, киң кырлы иҗад кешеләре һәр кемдә һоҡланыу, ғорурланыу хистәре уята. Ә инде эш тәҗрибәһе менән уртаҡлашыу оҫталарҙы бер-береһенә яҡынайтыуҙың, дуҫлаштырыуҙың мөһим бер сараһы булып тора. Юҡҡа ғына ҡалабыҙҙа тап ошо йүнәлештә күргәҙмәләр, конкурстар, фестивалдәр ойошторолмай.
Тап ошондай маҡсат менән ҡалабыҙҙа “Күңелем сәскәләре” күргәҙмә-фестиваль ойошторолдо. Күргәҙмәлә Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһынан һәм Миәстән үҙҙәр үҫтергән йорт, баҡса сәскәләре менән Иван Аминов, Марина Петрова, Елена Арзамасцева, Елена Карнацкая, Татьяна Махерская, Юлия Сивоконь, Дмитрий Рувинский, Наталья һәм Виктор Перминовтар ҡатнашты.
- Бындай фестиваль ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр ойошторола. Төрлө махсус сәскә үҫтереүсе питомниктарҙан килеүселәр күп, әлбиттә. Ә бына өйҙәрендә үҙҙәре өсөн үҫтереп, ошо гүзәллекте башҡалар менән бүлешеү өсөн килеүселәр юҡ. Бөгөнгө күргәҙмә бигерәк тә йәштәрҙе сәскә үрсетеү һәм үҫтереүгә ылыҡтырыу, матурлыҡҡа өйрәтеү маҡсатында ойошторолдо. Күп йыллыҡ баҡса сәскәләренән тыш стрептокарпустарҙың, фиалкаларҙың, яран гөлдәренең бик күп төрҙәре күргәҙмәгә ҡуйылды. Ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, үҙҙәренең баҡса серҙәре, эш тәжрибәһе менән бүлеште. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең күп булыуына бик ҡыуандыҡ: тимәк ҡалабыҙ халҡында ҡыҙыҡһыныу уята алдыҡ,-ти сараны ойоштороусы Гөлнара Биглова.
Фестивалдә ҡанашыусыларға ҡала хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Г.Ә. Ишемғолованың Рәхмәт хаттары тапшырылды.