Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
19 Июнь 2020, 14:31

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ҙур бүләк!

Конкурста ҡатнашып, Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһы район-ара перинаталь үҙәгенең ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлегенең өлкән акушеры Ләлә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡәйепҡолова беренсе урын яуланы.

Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмалары составына инәгән «Профессиональ союздың Хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы хеҙмәткәре» республика тармаҡ конкурсы уҙғарылды. Конкурста ҡатнашып, Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһы район-ара перинаталь үҙәгенең ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлегенең өлкән акушеры Ләлә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡәйепҡолова беренсе урын яуланы.
Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, тағы ла яңы үрҙәр үрләп, ҡалабыҙ данын күтәреүен теләйбеҙ!