Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
17 Май 2020, 13:52

Бында оҫта ҡуллылар йыйылған

Уҡыу йылы барышында ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Быйыл студенттар чемпионаттарҙа, конкурстарҙа еңеүҙәре менән генә түгел, ә ағастан күҙ ҡамаштырырлыҡ төрлө сувенирҙар эшләп һатыуға сығарыуы менән таң ҡалдырҙы.

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы бына инде 66-сы йыл эшсе кадрҙар әҙерләй. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусылар ниндәй ҙә булһа профессия алыу йәһәтенән уҡырға килгән йәштәрҙең талантын асып, уларға бер нисә һөнәр алып сығыуға булышлыҡ итә.
Уҡыу йылы барышында ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Быйыл студенттар чемпионаттарҙа, конкурстарҙа еңеүҙәре менән генә түгел, ә ағастан күҙ ҡамаштырырлыҡ төрлө сувенирҙар эшләп һатыуға сығарыуы менән таң ҡалдырҙы. Тик әлегә, пандемия ҡурҡынысы янағанға күрә, студенттар дистанцион уҡыуға күскән. Шулай ҙа улар уҡыуҙан һуң буш ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, Һанлы программа менән идара итеүсе ағас киҫеү аппаратының яңы мөмкинлектәрен өйрәнә, эшләргә теләгән ижади эштәре тураһында уҡытыусылар менән интерент селтәре аша кәңәшләшә.
—Студенттарҙы станок артына бер үҙҙәрен генә баҫтырып ҡуймайбыҙ. Сөнки практика ваҡытында теоретик белемде ҡулланыу өсөн дә, эш урынына өйрәнергә лә, станокты көйләп ебәрергә лә ярайһы ғына ваҡыт кәрәк. Бының өсөн тәү сиратта студенттарға хәүефһеҙлек техникаһын өйрәтәбеҙ. Ошо талаптарҙы үтәгәс кенә йәш оҫталар ҡулдарына эш ҡоралы ала.
Һуңғы арала төрлө картиналар һәм Аятел көрси сувенирҙарын эшләүгә күстек. Ижади ҡараш, түҙемлелек талап иткән был эштә ағасты киҫеү өсөн махсус фризер станогы ҡулланыла. Һүрәттең электрон версияһын һайлап алғас, ул станокка ебәрелә, бер һүрәт һигеҙ сәғәткә яҡын баҫыла. Сувенирҙарҙан тыш, төрлө һүрәттәр менән ишектәр ҙә эшләп ҡараныҡ. Улар иҫ киткес зауыҡлы килеп сыҡты. Быға тиклем токарь станогында ағас ҡалаҡтар, һауыт-һабалар эшләп, уларҙы башҡорт орнаменттары менән биҙәп, уҡыу йортоноң музейын тулыландырҙыҡ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: студенттар эшләгән һандыҡтар менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп. Бер нисә йыл элек, Өфө ҡалаһында үткән уҡыу йорттары күргәҙмәһендә ҡатнаштыу бәхете тейҙе. Һандыҡтарыбыҙ шунда уҡ күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте, хатта һатып алабыҙ, тип даулашып та алдылар,—ти уҡыу йортоноң етештереү бүлеге оҫтаһы Рәмил Зөбәйер улы Ишйәров.
Уҡыу йорто оҫтаханаһында әҙерләнгән әйберҙәрҙе биҙәү-буяу эшен рәссам бүлегендә уҡыусы студенттар башҡара. Шулай итеп, башҡорт халҡының милли орнаменттарынан башлап заманса биҙәлеш алған сувенирҙар бер нисә әҙерләү этабы үткәс кенә күргәҙмәгә ҡуйыла. Әйткәндәй, иретеп-йәбештереү бүлегендә уҡыған студенттар төрлө формала сәскәләр ултыртыу өсөн һауыттар, шешлек мангалдары, хатта ял итеү өсөн махсус кресло эшләп ҡуйғандар. Төҙөлөш һәм сервис колледжы хеҙмәткәрҙәренең, студенттарҙың берҙәм эше, оҫталығы уҡыу йортоноң һәр мөйөшөндә сағылыш тапҡан тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ, моғайын.