АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
13 Март 2020, 10:40

Ир-егеттең яҡшыһы данға сыға

Маҡтаулы етәксе Фәнүр Мәҡсүтов “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” халыҡ мәҡәләнә таянып эш итә. Һәр ваҡыт белемгә, яңылыҡҡа ынтылыуы ла уға үҫеш баҫҡысына үрләргә булышлыҡ итә. Ир-егет иретеп йәбештереүсе, ташсы-монтажсы һөнәрҙәренән тыш Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, техник-газсы белгесе дипломын да алған. Әлеге көндә ул Ырымбур дәүләт университетында сәнәғәт-граждан төҙөлөшө факультетында ситтән тороп белемен камиллаштыра.

Сибай водоканалы предприятиеһының һыу бүлеү цехы начальнигы Фәнүр Фәрит улы Мәҡсүтов йәмғиәттә 2000 йылдан алып эшләй. Авария эҙемтәләрен тергеҙеү эштәре бригадаһында слесарь булып хеҙмәт юлын башлаһа, аҙаҡ бригадир, мастер вазифаларын да башҡарған.
--2016 йылдан һыу бүлеү цехын етәкләйем. Ҡырҡтан ашыу кеше эшләгән цех ҡаланың таҙартыу ҡоролмаларын, канализацияны һурҙыртыу станцияһын, канализация селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә,--ти цех начальнигы Фәнүр Фәрит улы, эштәре тураһында бәйән итеп.—Коллектив арыу. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән компрессор ҡоролмалары машинисы Э.В.Медведев, икенсе отстойниктар операторы Ш.Ш.Тулыбаева, һурҙыртыу ҡорамалдары машинисы Ә.Р.Алтынбаева, иретеп йәбештереүсе Р.С.Мәҡсүтов, пульт менән идара итеү операторы Г.Ф.Байназарова йәштәргә өлгө булып тора. Бөтә эшмәкәрлегебеҙ “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Маҡтаулы етәксе Фәнүр Мәҡсүтов “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” халыҡ мәҡәләнә таянып эш итә. Һәр ваҡыт белемгә, яңылыҡҡа ынтылыуы ла уға үҫеш баҫҡысына үрләргә булышлыҡ итә. Ир-егет иретеп йәбештереүсе, ташсы-монтажсы һөнәрҙәренән тыш Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, техник-газсы белгесе дипломын да алған. Әлеге көндә ул Ырымбур дәүләт университетында сәнәғәт-граждан төҙөлөшө факультетында ситтән тороп белемен камиллаштыра.
Фәнүр Фәрит улы хәләл ефете Миләүшә Фәхретдин ҡыҙы менән Арҡайым ҡасабаһында шәхси йорт һалып сыҡҡан. Өлкән улдары Илнар Өфө авиация техникумын тамамлап, әле мәлдә Приморье крайында әрме хеҙмәтен үтә. Ҡаланың 9-сы лицейында белем алған Данил менән Линара ағайҙарының армиянан ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
#нацпроекты#миллипроекттар