Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
6 Март 2020, 15:00

Миҙалдар беҙҙекеләрҙә!

Башҡортостан Республикаһы «Зирәктәр күнекмәһе» WorldSkills Russia-2020 икенсе төбәк чемпионатында ҡатнашып, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжының хеҙмәт һаҡлау белгесе Минзифа Шөғәйеп ҡыҙы Полищук “Хеҙмәт һаҡлау” компетенцияһында алтын миҙалға лайыҡ булһа, Сибай педагогия колледжының уҡытыу-производство практикаһы мөдире, математика уҡытыусыһы Сәйҙә Хөрмәт ҡыҙы Мәмбәтҡолова “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” компетенцияһында 3-сө урын яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙы һылыулығы, яғымлылығы, күңел матурлығы менән ҡабул итергә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Баҫҡан ерендә ут сығарып, ең һыҙғанып үҙен бөйөк эштәр башҡарыуға бағышлаған гүзәл заттарыбыҙ ҙа арабыҙҙа бик күп. Тап 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан тағы ла һөйөнөслө хәбәр алдыҡ.
Башҡортостан Республикаһы «Зирәктәр күнекмәһе» WorldSkills Russia-2020 икенсе төбәк чемпионатында ҡатнашып, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжының хеҙмәт һаҡлау белгесе Минзифа Шөғәйеп ҡыҙы Полищук “Хеҙмәт һаҡлау” компетенцияһында алтын миҙалға лайыҡ булһа, Сибай педагогия колледжының уҡытыу-производство практикаһы мөдире, математика уҡытыусыһы Сәйҙә Хөрмәт ҡыҙы Мәмбәтҡолова “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” компетенцияһында 3-сө урын яуланы.
«Зирәктәр күнекмәһе» WorldSkills Russia чемпионатында 50 йәштән өлкән профессионалдар ҡатнаша. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшен күрһәтеү, уларҙы баһалау--конкурстың төп маҡсаты итеп билдәләнде.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Талантлы хеҙмәткәрҙәргә эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелеүҙәрен теләйбеҙ.