Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
28 Февраль 2020, 15:00

Үҙ эшенең оҫтаһы

Электр селтәре ҡорамалдары сафтан сыҡһа кемгә мөрәжәғәт итергә?

Күптән түгел 2019 йыл йомғаҡтары буйынса ҡалабыҙҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Улар араһында Сибай электр селтәрҙәре йәмғиәтенең электр селтәрҙәрен бүлеү ҡорамалдарын ремонтлау бүлегенең 5-се разрядлы иртеп йәбештереүсеһе Рәйес Мөҙәрис улы Ирмәков та бар. Уға ҡала Советының Почет грамотаһы бирелде.
Рәйес Мөҙәрис улы Ирмәковтың Сибай электр селтәрҙәре йәмғиәтендә хеҙмәт юлын башлауына быйыл 28 йыл тула. Тырыш хеҙмәткәрҙең һәр көнө сафтан сыҡҡан ҡорамалдарҙы ремонталау менән үтә. Иретеп йәбештереү аппараттарының плазма, ҡул һәм башҡа төрҙәре менән етеҙ эшләй. Сибай электр селтәрҙәре йәмғиәтендә аргон иретеп йәбештереү эшен тәүгеләрҙән өйрәнеүҙе лә тап Рәйес Мөҙәрис улына тапшырыуҙары ла юҡҡа түгел. Сөнки хеҙмәткәрҙәренең тырышлығын, һәр эшкә яуаплы ҡарауын күреп йөрөгән етәкселәр уға ышанысын белдерә, ихтирам итә, һәр эште уның менән кәңәшләшеп эшләй.
Рәйес Мөҙәрис улы тормош иптәше Гөлшат Мөхтәр ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Әлиә Сибай күп тармаҡлы политехник колледжын тамамлап, эшләп йөрөй. Улдары Рәзиф ҡаланың 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класында белем ала.
—Бөгөнгө хеҙмәт баҙары эшсе кадрҙар талап итә. Ниңәлер йәштәр теоретик белем алыуға ынтыла. Практик тәжрибә булмағанлыҡтан эшкә урынлаша алмай, хеҙмәт баҙарында юғалып ҡала. Шуға күрә буласаҡ һөнәрҙәрен уйлап һайлаһындар ине. Мин үҙ һөнәрем менән бик ҡәнәғәт. Эшемде яратып башҡарғанғамы йылдар уҙғаны, ярайһы тәжрибә туплап өлгөрөүем һиҙелмәй ҙә ҡалды,—ти ихлас йылмайып Рәйес Мөҙәрис улы Ирмәков.
Электр селтәре ҡорамалдарын сафта тотоу, ремонталау эше еңелдәрҙән түгел, әлбиттә. Бында яуаплылыҡ та, тырышлыҡ та, етеҙлек тә кәрәк. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Рәйес Мөҙәрис улына һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ!