Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
19 Февраль 2020, 16:48

Эшһеҙлекте кәметеү—төп бурысыбыҙ

Бушлай өҫтәмә һөнәри белем алыу мөмкинлеге кемдәргә бирелә?Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Хеҙмәт баҙарында һайлаған һөнәреңә ярашлы эш урыны табыу ҙур проблемаларҙың береһенә әйләнеп бара. Был ойошмалар һәм ҙур предприятиеларҙа эш урыны булмауы, йәки уҡыу йортонда алған һөнәрҙең бөгөнгө көн талаптарына ярашһыҙ булыуы менән дә бәйле.
Ҡулдарына саҡ диплом алып, эш таба алмай ыҙаланған йәштәргә лә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында эш урынын юғалтыусылар өсөн дә был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала. Шулай ҙа, рәсми мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа хеҙмәт баҙарының тотороҡлоғо һаҡлана, эшһеҙлек күҙгә күренеп кәмей. Уҡыу йорттарында замана талаптарына ярашлы һөнәрҙәргә уҡытыу бүлектәре асыла башланы.
Беҙҙең төбәктә хеҙмәт баҙарында ниндәйерәк яңылыҡтар бар? Тап ошо һорауға
яуап эҙләп Сибай ҡалаһындағы Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Руслан Юныс улы Хәбировҡа мөрәжәғәт иттек.
—Сибай ҡалаһындағы Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәр менән нидәй эштәр алып барыла?
—Беҙҙең үҙәк хеҙмәткәрҙәре эшкә урынлашыу теләге менән мөрәжәғәт итеүселәр менән дә, эш тәҡдим итеүсе ойошмалар һәм предприятиелар менән дә өҙлөкһөҙ бәйләнештә бер туҡтауһыҙ эш алып бара. 2019 йылда үҙәккә 1456 кеше мөрәжәғәт итте, уларҙың 1334-е шунда уҡ эшкә урынлаштырылды. Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең төп һөнәрҙәре эш тәҡдим итеүселәрҙең талаптарына тура килмәһә, өҫтәмә һөнәргә уҡытып эшкә урынлаштырабыҙ. Был йәһәттән 2019 йылда беҙҙең үҙәктән 65 кеше төрлө һөнәрҙәр буйынса уҡыуға ебәрелде.
—Бөгөнгө көн хеҙмәт баҙары ниндәй һөнәрҙәр талап итә?
—Хәҙерге замана талаптары күп төрлө. Бөгөн Урал аръяғына табиптар, уҡытыусылар кәрәк. Уҙған йыл тырнаҡ биҙәүсе, һаҡсы, ашнаҡсылар талап ителһә, быйыл иретеп йәбештереүсе, инженер, машинист һәм һатыусылар етешмәй.
—Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеп тә эшкә урынлашырға теләүсе граждандар менән ниндәйерәк эштәр алып барыла?
—Беҙ инвалидтарҙы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа ла әүҙем эшләйбеҙ. 2019 йылда 58 инвалид эшкә урынлаштырылды, уларҙың өсәүһенә эш урыны квота буйынса бирелде. Бөгөн халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эш урындары базаһында инвалидтар өсөн квота буйынса тәрбиәсе ярҙамсыһы, автовышка машинисы, лаборант, йөк ташыусы, йыйыштырыусы, уҡытыусы, заправкалау станцияһы операторы һәм башҡа 16 эш урыны теркәлгән.
—Өҫтәмә һөнәри белем алыу мөмкинлеге кемдәргә бирелә?
—Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, йәки инвалид баланы тәрбиәгә алғандар Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән юллама алып, өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ ауырыу сәбәпле үҙ һөнәре буйынса эшләй алмағандар, үҙәк аша өҫтәмә һөнәр алып, икенсе эшкә күсә ала.
—Хеҙмәт баҙарына ингән яңылыҡтарҙы халыҡҡа еткереү эше нисегерәк алып барыла?
—Үҙәк хеҙмәткәрҙәре вакансиялар йәрминкәһе, райондарҙа халыҡ менән осрашыуҙар уҙғара. Инвалидтар өсөн «Ҡыҙыу линия» эшләп килә. Шулай уҡ психологтар, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Сибай бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторолоп тора.
—Бөгөн дә эшкә урынлашыу мәсьәләһе һаман актуаль. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тартынып, эш таба алмай ыҙаланғандар ҙа кәмемәй бит әле...
—Хеҙмәт баҙары бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр кисерә. Яңынын яңы ойошмалар асыла, заманға ярашлы һөнәрҙәр талап ителә. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында эшен юғалтҡан, йәки яңы ғына уҡыу йортон тамамлағандар беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итергә тартынмаһындар ине. Сөнки үҙәккә килеүсе һәр кемдең мөрәжәғәте индивидуаль рәүештә ҡарала, уларҙың һөнәренә, теләктәре ҡарап эш урыны һайлана.
Һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән эш икенсе төрлөрәк. Ойошмалар ундай граждандар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып бармай. Ә бит инвалидтарға ла йәшәргә, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарарға кәрәк. Ойошмалар инвалидтар өсөн булдырылған квоталарҙы үтәп, эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ күрһәтһә, беҙгә еңеләрәк булыр ине. Сөнки Урал аръяғында эшһеҙлекте кәметеү, халыҡтың йәшәйешен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү—беҙҙең төп бурысыбыҙ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Хеҙмәт баҙарының тотороҡлоғо һаҡланһын, эшһеҙлек кәмеһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: