АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
12 Ноябрь 2019, 11:44

БАЙМАҠ КОМБАЙНСЫҺЫНА—РӘХМӘТ!

Эш бар, әммә эшләргә теләүселәр юҡ. Йәки ни өсөн Йылайыр районы Матрай ауылы фермер хужалығында ни өсөн Баймаҡ районы Алғаҙы комбайнсыһы эшләй?

Быйылғы йыл ауыл эшсәндәре өсөн бик ауыр килде һәм аяуһыҙ ҡоролоҡ арҡаһында баҫыуҙарҙа уңыш түбән булды. Шулай ҙа, ураҡты ойошҡанлы атҡарып сыҡтыҡ.
Йылайыр районы Матрай ауылында фермер булараҡ, эшселәрҙе күрше ауылдарҙан, хатта башҡа райондарҙан эҙләргә тура килә. Сәбәбе—эшһеҙ ир-егеттәр бар, ә фермер хужалығына йәлеп итерҙәй йүнле механизатор юҡ тигәндә лә була. Миңә комбайнсы кәрәклеген белеп, Юлдыбай ауылындағы танышым Баймаҡ районы Алғаҙы ауылынан тәжрибәле, ышаныслы, оҫта механизатор Азат Ҡасҡыновты тәҡдим итте. Килеү менән ул иҫке “Енисей” комбайнын ремонтларға тотондо. Төҙәтеп бөтөү менән ураҡҡа ла төштө. Техника иҫке булғас, күп боҙола. Әммә комбайынсы ҙур тырышлыҡ һалып, ураҡ кампанияһын уңышлы атҡарып сыҡты. Баймаҡ эшсәненә был йәһәттән рәхмәттән башҡа бер һүҙ ҙә юҡ.
Әлбиттә, хужалыҡта эшселәрҙе йәлеп итеү өсөн уларға тейешле эш хаҡын да түләү зарур. Тәүге мәлдәрҙә хужалыҡтың дөйөм һөҙөмтәһенә ҡарап түләнек. Ләкин, был ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Хәҙер район буйынса бөтә фермерҙарға ла берҙәм тариф тәҡдим ителеп, шул тарифтан сығып түләнелә. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткәнгә эш хаҡы ла күберәк була.
Быйыл 50 гектар ергә тәүге тапҡыр етен сәсеп, беҙҙең тәбиғәт шарттарында уны үҫтереү отошло икәнлегенә инандым. Беренсенән, ул ҡоролоҡҡа бигүк бирешмәне, икенсенән, һыйыр малы етенде хушһынмай. Шуға күрә, сәсеүлек тә тапалмай, уңыш та имен ҡала. Ә иң мөһиме—хаҡы ла ҡиммәт. Орлоҡтоң тоннаһын 17 мең һумға алдым, ә уңышты 23 меңгә һатасаҡмын. Ҡыҫҡаһы, киләһе йыл етен сәсеүлеген арттырасаҡмын.
Булат Үтәев.
Һүрәттә: Азат Ҡасҡынов.
Читайте нас: