Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
8 Апрель 2019, 17:25

Беҙҙең Ләйсән!

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт төп дөйөм белем биреү мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Байғусҡарова ойошторған “Күңелле старттар” ярышында белем усағы балалар тауышынан гөр килеп торҙо.

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт төп дөйөм белем биреү мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Байғусҡарова ойошторған “Күңелле старттар” ярышында белем усағы балалар тауышынан гөр килеп торҙо. 1-се кластан алып 8-се класҡа тиклем йыйылған балаларҙы ике командаға бүлеп ҡыҙыҡлы уйындар, ярыштар ойошторҙо. Балалар туптар, обручтар менән генә түгел, саңғы таяҡтары менән тупты тәгәрәтеү, саңғыла йүгереү, бер-береһе менән парлап йүгереү һәм башҡа уйындар уйнаны. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде.
Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы белеме буйынса инглиз һәм немец теле уҡытыусыһы. Ғәлиәхмәт төп дөйөм белем биреү мәктәбендә икенсе йыл эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙен бик яҡшы уҡытыусы итеп күрһәтте. Дәрестәрен хәҙерге заман талаптарына ярашлы , ҡыҙыҡлы, тәрбиәүи итеп үткәреү менән 6–сы класс уҡыусыларының яратҡан класс етәксеһе.
Мәктәптә бейеү түңәрәге алып бара. Уҡыусылары район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа актив ҡатнаша һәм призлы урындарҙы ала. Мәҫәлән, инглиз телендә йыр башҡарыу бәйгеһендә А.Ишҡыуатова 3-сө урын яулаһа, “Еҙ үксә “ бейеү конкурсында уҡыусылары 2-се урынды алды. “ Театр йылы “ на арнап 2–се класс уҡыусылары менән “Тирмәкәй” әкиәтен саф инглез телендә сәхнәләштерҙеләр. Мәктәптә физкультура дәрестәрен дә яҡшы ойоштора. Шулай уҡ ярыштарға ла алып йөрөй. Саңғы, йүгереү ярыштарында ҡатнаштылар. Йәнтеш ауылында район кимәлендә үткән шахмат һәм шашка ярышында Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы үҙе шашка буйынса ярышта 2-се урынды, 3–сө класс уҡыусыһы Байгускарова Гөлгөнә һәм 5-се класс уҡыусыһы Бикбов Радмир 3-сө урынды яулап Маҡтау ҡағыҙҙары , бүләктәр менән бүләкләнде. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙын хөрмәт итә, яратҡан уҡытыусыларының дәрестәрен уҡыусылары һағынып көтөп ала.
Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙына һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бик оҙаҡ эшләүен, ижади уңыштар юлдаш булһын. Шундай йәш белгестәр ауылдарға күберәк ҡайтһындар ине.
Г.С.Бикбова, уҡытыусы.