Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
11 Февраль 2019, 17:22

Таҙалыҡ, уңайлыҡ өсөн тырыша

Сибай «ИРКЦ»-һы йәмғиәте ҡарамағандағы 2-се йорт идаралығының урам һепереүсеһе Әсҡәт Әхәт улы Хизбуллинды Ленин урамының 23-сө, Клара Цеткин урамының 16-сы, 18-се йортонда йәшәүселәр эргә-тирәне таҙа тотҡаны өсөн ихтирам итә. Ошо күп ҡатлы йорттарҙың 16 подъезын тәртип булдырыу ҙа Әсҡәт ағайҙың инеңдә. Беҙ уны эш урынына эҙләп барғанда тротуар боҙон онтай ине.

—Ҡыш тротуарҙы асфальтҡа тиклем таҙартырға тейешбеҙ. Ҡар яуһа, көрәйбеҙ. Йәй көнө эш тағы ла күберәк, үлән менән көрәшәбеҙ,—ти урам һепереүсе эш ҡоралдарын ҡулына алып.—8 йыл эшләү дәүеремдә күпте күрҙем, әлбиттә. Әммә хеҙмәтем оҡшай, ҡалала таҙалыҡ, тәртип булдырам, кешеләрҙең әрләгәненә ҡарағанда, рәхмәттәр әйтеүселәре күберәк булыуына ҡыуанам.
Әсҡәт Әхәт улы төп һөнәре буйынса тау ҡорамалдары слесаре. Сибай байыҡтырыусылар фабрикаһында 23 йылдан ашыу эшләп, зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләгән өсөн 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡҡан. Унан инде ҡаланың торлаҡты эксплуатациялау участкаһына килгән. Яңы коллективҡа тиҙ күнеккән. Ике тиҫтә йылға яҡын урам һепереүсе булып эшләгән Светлана Малых, Зәмһәриә Усманова хеҙмәттәренең нескәлектәрен өйрәткән. Участканың техник-смотрителе Наталья Пуркинаны ла ҡул аҫтындағыларҙы эшләтә белгәне өсөн маҡтай ул.
Әсҡәт Әхәт улы Хизбуллин Мәсетле районында тыуған. Йылайыр яғынан кәләш алғас, ҡатыны Садиҡа менән таусылар ҡалаһында төпләнергә ҡарар иткәндәр. Улдары Радик, ҡыҙҙары Илгенә ҡала мәктәбендә уҡып, ошондағы уҡыу йорттарында һөнәр алған. Әлеге көндә улар икеһе лә «Башҡорт колбасалары» йәмғиәтендә тырышып эшләп йөрөй. Хизбуллиндарҙың 4 ейәне үҫеп килә.