Сибай ҡала гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Торомтаева эшенә мөкиббән ғашиҡ, балаларҙы яратҡан, уҡытыу-тәрбиә йүнәлешендә үҙ алымдары булған, ижад менән шөғөлләнгән шәхес. Заман менән бергә атлаған уҡытыусы күптән түгел «Йыл уҡытыусыһы—2019» ҡала конкурсында «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» булып танылды.
Әсәһе юлынан китеп, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған ул.
Уҡыусылары менән эш алымдары ла үҙенсәлекле уның: балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн әкиәт сәхнәләштерәләр. Театр йылын да гимназистар әкиәт ҡуйып башлаған.
—Уҡыусыларым 3-сө класта ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, ҙур ғына еңеүҙәргә өлгәшеп тора. Һуңғыларын ғына алғанда ла, «Аманат» журналының «Мин донъяны һүрәтләйем» конкурсында Кәрим Торомтаев менән Динислам Әмировтар, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында Айгүзәл Яҡшыбаева, математика буйынса ҡала конкурсында Азалия Fәзизова, «Мин республикамды данлайым» иншалар конкурсында Наҙгөл Саникина, «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» II республика интернет-конкурсында Кәрим Тором-таев, «Fаиләм—илһам сығанағы» ҡала конкурсында Арыҫлан Күсәмишев (ғаиләһе менән) беренсе урын яуланы,—тип ҡыуана уҡытыусы.
Рәмилә Юлай ҡыҙының уҡыусылары 2018 йыл аҙағында «Балапандар» проекты менән «Рәсәй ирекмәндәре-2018» конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яуланы. Шулай итеп ул иң шәп ирекмәндәр Башҡортостанда йәшәүен ил кимәлендә лә танытты.