Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәттә—хөрмәт
28 Ғинуар 2019, 15:37

Табиптар нәҫеленән

Сибай ҡала поликлиникаһының амбулатор хирургия бүлеге мөдире Наил Ишемовты Сибай халҡы ла, Урал аръяғы райондарында йәшәүселәр ҙә яҡшы белә.

Сибай ҡала поликлиникаһының амбулатор хирургия бүлеге мөдире Наил Ишемовты Сибай халҡы ла, Урал аръяғы райондарында йәшәүселәр ҙә яҡшы белә.
Ул 1975 йылда Сибайҙа табип ғаиләһендә тыуған. Атаһы Фазылйән Сәғиҙулла улын Аҡъяр район дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләгәстәр, Ишемовтар Сибайҙан кусергә мәжбүр була. Наилдың атаһы ла, әсәһе лә бар ғүмерҙәрен медицина өлкәһенә бағышлаған кешеләр. Әсәһе Мәрзиә Мәүлетдин ҡыҙы шәфҡәт туташы булып эшләгән. Ике туған ағайҙары араһында ла табиптар күп. Шуға күрә, Наил, мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, тура Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. 2001 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған ҡалаһы Сибайға эшкә ҡайта. 17 йыл эшләү дәүерендә Наил Фазылйән улы төбәктең иң тәжрибәле хирургы булараҡ танылыу таба. Тырыш, үҙ эшенә намыҫлы ҡараған ир-егет 2018 йылдан табип-онколог эшен дә алып бара. Һөнәрен яратҡанға, эштең ауырлығын тоймай, барыһына ла өлгөрә. Көнө буйына пациенттарҙы ҡабул иткәндән һуң төнгө дежурстволарға ла сыға.
—Ҡала халҡына шуны әйтер инем: медицина тикшеренеүен һәм диспансеризацияны ҡалдырмағыҙ. Флюорографияны ла инҡар итмәгеҙ. Йылына бер тапҡыр сәләмәтлегегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Сир ни тиклем алдан асыҡланһа, шул тиклем тиҙерәк дауалана. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ,—ти Наил Фазылйән улы.
Fаилә тылының ныҡлы булыуы ла алтын ҡуллы табип-хирургтың уңышлы эшләүенә булышлыҡ итә. Һөнәре буйынса шәфҡәт туташы булған ҡатыны Альбина Мораҙым ҡыҙы һәм улы Булат—уның ныҡлы терәктәре. Наил Ишемовтың фиҙаҡәр хеҙмәте Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән билдәләнгән.
Читайте нас: