Еребеҙгә матур, йәмле яҙ килде. Һәр кемдең күңелендә йәшәүгә дәрт, илһам биреп атлай ул бар донъяны иңләп.
Беҙҙең Баймаҡ районының Ғәле ауылы халҡы ла ошо хозурлыҡты, матурлыҡты аңлап, тағы ла гөрләтеп, күркәмерәк йәшәү өсөн бар көсөн һалып тырыша бөгөнгө көндә. Яҙҙың ҡарҙан әрселеүе менән тырыш, тормош һөйөүсән ауыл халҡы тирә - яғын бөхтәләп, таҙалап өмәләр үткәреп ҡуялар.
Бөйөк Еңеү байрамы етеп килеүе уңайынан да ҙур эш башҡарырға булды.
Бынан бер нисә йыл элек, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғәле ауылының 65 яугирҙәре иҫтәлегенә бағышлап ҡуйылған обелискты төҙөкләндереп яңыртҡандар ине. Әлеге мәлдә, иһә берҙәм ауыл халҡы ошо обелискты уратҡан ҡойманы яңыртырға тигән уртаҡ һүҙгә килде. "Ил төкөрһә, күл була" тигән әйтемдәге кеүек ауыл халҡы дәррәү генә үҙ көстәре менән аҡса йыйып, тимер ҡойма, бағаналар һәм башҡа кәрәк - яраҡтар теүәлләп, һатып алды. Берҙәмлектә - көс, тип ғәлеләрҙең олоһо ла, кесеһе лә үҙ өлөшөн индерергә тырышып обелиск ҡоймаһын яңыртыу эшендә әүҙем ҡатнашты.
Яҡты киләсәк, матур тормош бүләк иткән ата-олатайҙарҙың исемен, ҡаһарманлығын онотмай, йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен белеп үҫһен өсөн Ғәлеләр ҙур көс һалып тырыштылар!
Таш бағананың йөҙөнә
Бик күп исем уйылған.
Ә иң өҫкә ҡыҙыл ғына
Йондоҙ элеп ҡуйылған.
Батырҙарҙың һәйкәленә
Ҡәнәферҙәр һалайыҡ.
Бер минутҡа тып-тын ҡалып,
Беҙ хәтергә алайыҡ.
Олатайҙар яуға ингән,
Һаҡлап тыуған ерҙәрен.
Килер матур көн хаҡына
Биргәндәр ғүмерҙәрен.
Бөйөк Ватан һуғышында
Дошмандарҙы еңгәндәр.
Ошо күктәр, ошо ерҙәр
Тыныс булһын, тигәндәр.
(Г.Хәлфетдинова)
Яҡты киләсәк, матур тормош бүләк иткән ата-олатайҙарҙың исемен, ҡаһарманлығын онотмай, йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен белеп үҫһен өсөн Ғәлеләр ҙур көс һалып тырыштылар!
Ауыл уртаһында яңыртылған обелиск, мәрмәрташ һәр кем өсөн ҡәҙерле, изге урын булыр...
Радик Биксурин.
фото авторҙыҡы