Бөтә яңылыҡтар

Әрәм булды ғәзиз башҡайы

Ҡоросҡоштарға тейәп йыраҡ-йыраҡтарҙан алып ҡайтып тыуған тупрағына тапшыралар...Ошо ҡарлы-буранлы көндәрҙә яугирҙәребеҙҙең яҙмышы тыуған яҡтарына ҡайта алмай ҡаңғырышып,өнһөҙ-тынһыҙ,хәбәрһеҙ туп менән дә,яңғыҙ ҙа осоп йөрөгән кейек ҡаҙҙарын хәтерләтә.Оло ҡайғыны йомшартыу,еңеләйтеү өсөн бер генә лә йылы һүҙ табып булмай.Ҡәйнешем Рәил Юламанов һәм Саҙиҡа киленебеҙҙең ғәзиз улдары Иштуғанды юғалттыҡ."Хәбәрһеҙ юғалған!"...Көттөк,бәлки тип өмөтләндек.Өмөттәр аҡланманы."Батырлыҡ" ордены ла,десант-штурмлаусы булып батырлыҡ күрһәтеүе лә йыуатмай.Яҡындарына, барлыҡ туғандарына сабырлыҡ теләйем...Тормош дауам итә.

Әрәм булды ғәзиз башҡайы
Әрәм булды ғәзиз башҡайы

Ҡартатайың һинең йырлар ине,
Аяғүрә баҫып"Уралды".
Аямаған йәнен,түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын!

Ҡартаң йырын дауам иттең,улым,
Бөркөт булып индең дауылға.
Баш эймәнең һис тә ауырлыҡҡа,
Ҡалҡан булып баҫтың халҡыңа.!
(Фәймә инәһенең Иштуған улына бағышлап яҙған шиғырҙан өҙөк.)

Ғайса Ишмөхәмәтов.

фото Ғайса Ишмөхәмәтов сәхифәһенән.

Глава администрации Зилаирского района Борис Мелкоедов:

-Мы простились с нашим земляком, славным воином гвардии рядовым Иштуганом Раилевичем Юламановым из д. Ашкадар, погибшим при выполнении государственных задач в зоне специальной военной операции. Он был старшим оператором гвардейского парашютно-десантного полка гвардейской воздушно – десантной дивизии.
Иштуган жил среди нас скромным парнем, а уходит и будет вечно жить в нашей памяти солдатом, отдавшим свою жизнь защищая интересы нашей Родины. Мы скорбим вместе с вами. Примите искренние соболезнования от всех жителей района.
Пусть земля ему будет пухом, а душа покоится с миром. Вечная слава герою, погибшему за свободу и независимость нашей Родины.

Әрәм булды ғәзиз башҡайы
Әрәм булды ғәзиз башҡайы
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: