Бөтә яңылыҡтар

Яңы Ергәндә яугирҙәр һәйкәле яңыртылды

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында Бөйөк Еңеүҙең 78-се йыллығы яңыртылған һәйкәл янында билдәләнде.

Яңы Ергәндә яугирҙәр һәйкәле яңыртылды
Яңы Ергәндә яугирҙәр һәйкәле яңыртылды

Йыл һайын май көндәрендә халҡыбыҙ һуғыштың ауыр йылдарын, яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә ала. 9 Майҙа Хәйбулла районының ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған тантаналы митингтар уҙҙы. Һәләк булғандарҙы иҫкә алырға тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ғаиләләр килде. Йола буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалдарға сәскәләр һалды. Ә Яңы Ергән ауылында "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында ремонттан һуң яңыртылған һәйкәл асылды. Бөйөк Еңеү көнөндә район үҙәге Аҡъярҙа байрам саралары сиктәрендә Хәтер стенаһы тантаналы асылды.

Автор:Гульдар Кадаева