-4 °С
Болотло
Сибай ҡалаһында йәшәүсе берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, декабрҙә 100 йәшен тултырған Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы Рысбаева быйыл еңеүҙең 78 йыллығын билдәләй.
Ул 18 йәшендә фронтҡа эләгә һәм авиамеханик һәм парашют һалыусы булып хеҙмәт итә. Иң сағыу хәтирә – Чехословакияла Еңеү көнөн ҡаршылау булды, ти ул. Һуғыштан һуң Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы заводта һәм рудникта эшләүен дауам итә. Уға II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн»миҙалдары тапшырылған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы әле лә яҡындарын ҡыуандыра.
Уға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.