АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яугир рухы ҡайтты

"Беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы тамамланды," - тине Миҙхәт Әхмәтхан улы.

Яугир рухы ҡайтты
Яугир рухы ҡайтты

Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр менән тулылана бара. Һуғыш бер генә ғаиләне лә урап үтмәй. Мәмбәт ауылынан ғына 67 ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғаныҡа күрә, уларҙың күптәре кире әйләнеп ҡайтмаған. Улар араһында легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры Әхмәтхан Мәмбәтов та бар. Ул оҙаҡ йылдар 1942 йылдың декабренән алып хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Әхмәтхан Мәмбәтов һуғышҡа киткәндә уның бәләкәй улы Миҙхәткә ике генә ай була. Миҙхәт Мәмбәтов оҙаҡ йылдар дауамында атаһы тураһында бөртөкләп мәғлүмәт йыя башлай. Эҙләнеүҙәр барышында Әхмәтхан Хужанияз улының Ростов өлкәһенең Обливск районында Деев утары янындағы ҡаты алышта һәләк булыуы һәм шунда туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе асыҡлана. Быйыл 22 июндә – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Деев утарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Унда ошо ерҙә 80 йыл элек – 1942 йылдың декабрендә һәләк булған 12 яугир-яҡташтарыбыҙҙың исемдәре уйып яҙылды. Таҡтаташ асыуҙа Башҡортостандан батырҙарҙың туғандары, шул иҫәптән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, билдәле дәүләт эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Мәмбәт ауылының почётлы гражданы Миҙхәт Мәмбәтов ҡатнашты. 

Һәм бөгөн Мәмбәт ауылында, Әхмәтхан Мәмбәтовтың улы һәм башҡа туғандары, һуңғы һулышына тиклем көтөп торған ҡатынының ҡәберенә һалдатты ерләгән урындан килтерелгән тупраҡты һалды. Шулай итеп, 80 йыл үткәс, ҡыйыу яугирҙың рухы яҡташтарына уларҙың үлемһеҙ батырлығы тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә алыу өсөн тыуған иленә әйләнеп ҡайтты. "Беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы тамамланды," - тине Миҙхәт Әхмәтхан улы. 

Яугир рухы ҡайтты
Яугир рухы ҡайтты
Автор:Гульдар Кадаева