Бөтә яңылыҡтар

Данлы, дауыллы йылдар шаһиты

Шул ваҡытта илдә тағы бола –Бөйөк ревоюция башлана. Көн һайын тиерлек әле бер яҡтан, әле икенсе яҡтан ауылға һалдаттар килеп тула. Улар кешеләрҙең өйҙәренә инеп арыу нәмәләрен тартып алып сығып китергә лә тартынмай. Мал-тыуарҙы һуйып бешертәләр, йәки үҙҙәре менән тейәп алып китәләр. Ауыл кешеләре усаҡтарына көслө ут яғып төтәтеп бында тиф,холера бар тип ҡурҡытҡандар. Ҡатын-ҡыҙҙар биттәрен ҡап-ҡара ҡоромға буяғандар, матур ҡыҙҙарҙы әйберҙәр, ҡаралты аҫтына тығып йәшереп алып ҡалғандар. Шулай ҙа Аллабирҙе менән Файзаның кәртәһендә ике һыйырҙары, бер аттары ҡала. Аты булыуын белеп ҡалып уны һалдаттарға бирәһең, атың йәл булһа, үҙең беҙҙең менән ҡуша бараһың, тиҙәр. Аллабирҙе атын бирмәй. Шул китеүҙән 5 ай үткәс кенә үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, ауырып хәле бөтөп ҡайтып инә. Аллабирҙе һәм Файза--әсәйемдең ата-әсәһе, йәғни беҙҙең олатай менән өләсәй. Аллабирҙене ҡатыны нисек кенә баҡһа ла, ул мандый алмай, йотто сыҡҡас та донъя ҡуя. Был моғайын, 1921 йыл булғандыр. Өләсәйем ике улы һәм ҡыҙы Сәрүәр менән етем тороп ҡалған. Яңғыҙ ҡатынға утын, бесән эшләүе бик ауырға тура килә. Ауылда уны яңғыҙ тип уны ситкә тибә башлайҙар.

Данлы, дауыллы йылдар шаһиты
Данлы, дауыллы йылдар шаһиты

Мин—Сибай ҡалаһында йәшәүсе Зәйтүнә Рамаҙан ҡыҙы Билалова 86 йәшлек һуғыш осоро балаһымын. Баймаҡ районының Муллаҡай ауылынан атайыбыҙ Рамаҙан Билалов Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә әсәйемдең ҡулында береһенән-береһе бәләкәй 5 бала тороп ҡалғанбыҙ. Беҙҙе имен ҡалдырыу өсөн әсәйем бар көсөн һалды: иртә таңдан тороп колхозға эшкә йүгерҙе, унан ҡайтһа, өйҙәге эшкә тотондо. Кәртә арты тултырып картуф сәсте, мал аҫрап, барыбыҙҙы аслыҡтан йолоп алып ҡалды.

Йәй көнө беҙ күрше ауыл--Ҡолсорала йәшәгән олатай-өләсәйемдәргә барып, бер нисә көн уларҙа йәшәп ҡайтырға ярата торғайныҡ. Ошо яҙмамда олатайым менән өләсәйем хаҡында бәйән итергә булдым. (Өләсәйем һөйләгәндәрҙән).

... Сыңғыҙ исемле кеше Бөрйән районының Тимер ауылынан Ҡолсораға килеп ҡатын алып донъя көткән. Аҙаҡ ул тыуған ауылына ҡайтып вафат булған. Шул ҡарттан ҡалған балаларҙың береһе Ҡази исемле булған. Ҡолсорала әле йәшәгән Сыңғыҙовтар ошо ҡарттың атаһы исеменә бәйле. Ҡазиҙың дүрт улы--Ғариф, Ғиззәт, Әмин һәм Хәйбулла булған. Хәйбулланың ике ҡатыны Күрктеямал һәм Разия исемле булған. Күртеямалдан ике игеҙ ул –Тәңребирҙе һәм Аллабирҙе, Кинйәбай һәм ҡыҙҙары Ғәйниямал, Барсынбикә, Бибиямал тыуған. Ә Разиянан Сәмсиямал, Рабиға тыуған. Тәңребирҙе Асия исемле ҡыҙға өйләнеп өс ҡыҙы булған--Мәхүпъямал, Мөхиямал, Сәрбиямал. Ҡолсора ауылында донъя көткәндәр. Ә Аллабирҙене Темәс ауылында ҙур ғына вазифалы Сағынбаев тигән кеше үҙенә күсер итеп алып киткән. Йәтеш кенә өй һалышҡан.Үрге Иҙристән барып Файза исемле ҡыҙҙы кәләш итеп биргән. Уларҙың Дәүләтбирҙе (1910 й), Дәүләткилде, Сәрүәр, Һибәтулла исемле балалары тыуа. Матур ғына йәшәп ятҡанда төрлө ваҡиғалар башлана. Аллабирҙе олатай йөрөткән дәрәжәле кешегә балға онталған быяла һалып эсереп үлтерәләр. Шунан Аллабирҙе Темәстәге өйөн Ҡолсораға күсереп алып ҡайта. Шул ваҡытта илдә тағы бола –Бөйөк ревоюция башлана. Көн һайын тиерлек әле бер яҡтан, әле икенсе яҡтан ауылға һалдаттар килеп тула. Улар кешеләрҙең өйҙәренә инеп арыу нәмәләрен тартып алып сығып китергә лә тартынмай. Мал-тыуарҙы һуйып бешертәләр, йәки үҙҙәре менән тейәп алып китәләр. Ауыл кешеләре усаҡтарына көслө ут яғып төтәтеп бында тиф,холера бар тип ҡурҡытҡандар. Ҡатын-ҡыҙҙар биттәрен ҡап-ҡара ҡоромға буяғандар, матур ҡыҙҙарҙы әйберҙәр, ҡаралты аҫтына тығып йәшереп алып ҡалғандар. Шулай ҙа Аллабирҙе менән Файзаның кәртәһендә ике һыйырҙары, бер аттары ҡала. Аты булыуын белеп ҡалып уны һалдаттарға бирәһең, атың йәл булһа, үҙең беҙҙең менән ҡуша бараһың, тиҙәр. Аллабирҙе атын бирмәй. Шул китеүҙән 5 ай үткәс кенә үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, ауырып хәле бөтөп ҡайтып инә. Аллабирҙе һәм Файза--әсәйемдең ата-әсәһе, йәғни беҙҙең олатай менән өләсәй. Аллабирҙене ҡатыны нисек кенә баҡһа ла, ул мандый алмай, йотто сыҡҡас та донъя ҡуя. Был моғайын, 1921 йыл булғандыр. Өләсәйем ике улы һәм ҡыҙы Сәрүәр менән етем тороп ҡалған. Яңғыҙ ҡатынға утын, бесән эшләүе бик ауырға тура килә. Ауылда уны яңғыҙ тип уны ситкә тибә башлайҙар. Хатта урындағы мулла: “Дәүләтбирҙе улын өйө менән ҡуша Тәңребирҙегә, Һибәтулланы бер һыйыры менән Кинйәбайға бирергә, Файза килен Сәрүәрен, бер һыйырын алып, Иҙрискә ҡайтып китергә тейеш”,—тигән ҡарар ҙа сығара. Файза өләсәйем мин балаларҙы кешегә таратып бирергә табып үҫтермәнем, тип ҡырҡа ҡаршы төшә. Иҙристән ағайҙары килеп был хәлде көйләй. Шул ваҡытта Аллабирҙе олатайҙың игеҙ һыңары булған Тәңребирҙе олатайҙың ҡатыны Асия инәйҙе ағаһы бер һыйырын, өс ҡыҙын алып ҡайтып китә. Олатай яңғыҙ тороп ҡала. Ауылдың аҡһаҡалдары Файза өләсәйемде Тәңребирҙегә сыҡ, тип ҡоҙалай башлай. Был хәл 1923 йылдар тирәһендә була. Солтанмәхмүт ағайы донъя көтөүе лә еңел булыр, бар ҡарындаш тигәс, ул Тәңребирҙегә кейәүгә сыға. Олатай менән йәшәй башлағас 1925 йылда ҡыҙҙары Сәғиҙә, 1931 йылда Һатыбал исемле улдары тыуа. Тәңребирҙе олатайым 1879 йылда тыуған. Донъяның бик күп ваҡиғаларын үҙ күҙҙәре менән күргән. Хатта Темәстә үткән башҡорттарҙың беренсе съезында ҡатнашҡан. Колхоз ойошторолғас, Тәңребирҙе олатай Түбәнге Иҙрис фермаһында мал ҡараусы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн уны 1936 йылда Мәскәүҙә үткән “Ударниктар-колхозниктар” съезына ебәрәләр. Олатайым эшкә әрһеҙ булды: мурҙалар үреп Һаҡмар йылғаһынан биҙрәләп балыҡ алып ҡайтып ҡурып һыйлар ине. Ул бер ваҡытта ла спиртлы эсемлек эсмәне, тәмәке тартманы. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырманы. Бөтә туғандарға ла иғтибарлы, изгелекле булды. Файза өләсәй 1965 йылда 75 йәшендә гүр эйәһе булғас, олатайҙы улы Һатыбал менән килене Һөйәрбикә ҡараны. Уларҙың балаларына күҙ-ҡолаҡ булды, бигерәк тә өс ейәнен--Ишбулды, Рим, Рәйесте алға ҡуйып, ныҡ яратты.

Һөйәрбикә еңгәйебеҙ аш-һыуға оҫта булды, айырыуса уның әсе икмәге күпереп, тәмле булып бешә ине һалды. Тәңребирҙе олатайым ныҡ олоғайғас, уны бала кеүек баҡты. Еңгәйҙең изгелеген бер ваҡытта ла оноторлоҡ түгел. Ҡайны-ҡәйнәһенә олоғайған көндәрендә ныҡ изгелек итте, уларҙы бәләкәй бала кеүек ҡараны. Тәңребирҙе олатайым 1979 йылда 100 йәшендә был донъянан баҡыйлыҡҡа күсте.

Олатайымдың улы Һатыбал ағай ҙа атаһына оҡшап, эшкә бөтмөр, егәрле булды. Армияла 5 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, колхозда шофер, автомеханик булып эшләне. Иртә таңдан алып кис ҡараңғы төшкәнсе колхоз эшендә булды. Хеҙмәт ветераны намыҫлы хеҙмәте өсөн бик наградаларға--“Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы, “Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ булды.

Шундай олатай, ағайым булыу менән сикһеҙ ғорурланам.

Зәйтүнә Билалова, мәғариф ветераны.

Данлы, дауыллы йылдар шаһиты
Данлы, дауыллы йылдар шаһиты
Данлы, дауыллы йылдар шаһиты
Автор:Гульдар Кадаева