-1 °С
Болотло
Дивизия Юғары баш командующий бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә, 4 мең яугир СССР орден-миҙалдарына лайыҡ була. 78 һалдат Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, бишәүһе өсөнсө дәрәжәле Дан ордендары менән наградланған. Дивизия яугирҙәре күрһәткән батырлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡа бер ғәскәрҙә лә булмай.
Улар араһында Темәс ауылынан - Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов, Әғзәм Ғибәт улы Сәлихҡолов, Миңдеғол Абдулхаҡ улы Арыҫланов, Исмәғил Исхаҡ улы Әбүталипов, Әхмәт Ниғәмәт улы Һағынбаев, Фәйзрахман Хәмит улы Йәрмөхәмәтов, Ғәбдрәшит Нурғәлҽ улы Йосопов,
Бәҙретдин Сабир улы Усманов, башҡорт халҡының ҡаһарманлығын иҫбат итеп һуғышҡа китә.
Фәнис Әминев сәхифәһенән.