АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыштың һуңғы саҡырылыш һалдаттары

«Эйе. Хәрби биографияны хәтерҙән үткәреп яҙып ҡуйыу бик мәслихәт. Хәтерҙән юйылғандары ла бихисап». Был атайымдың «Һуғыш тураһында яҙ, атай»,- тигән тәҡдимемә яуабы булды. Кем уйлаған, уның яҙғандары бөгөн васыят һымаҡ яңғырар, тип. Атайымдың бөхтәлеге шунда сағыла: яҙған әйберенә мотлаҡ датаһын ҡуя: 18 февраль 2007 йыл. Уның вафатына ла быйыл августа 2 йыл була. Һуңғы саҡырылыш һалдаттары баҡыйлыҡҡа күсә. Йәндәре йәннәттә булһын уларҙың. Тыныс йоҡлаһындар… «Яҙыуымды эшкәртеп бөткәс, «Атайсал» редакцияһына бирерһең, балам. Улар теге ваҡыт «Күңелкәйе тулы моңло йыр», тип яҙып сыҡҡайнылар бит», тип тә яҙып ҡуйған ул. Бик ирәмһей ине ул шул публикацияға.

Һуғыштың һуңғы саҡырылыш һалдаттары
Һуғыштың һуңғы саҡырылыш һалдаттары

Атайым яҙмаларынан.

Беҙҙең халыҡта электән бер йола бар. Ололар иң тәүҙә ырыу-атың кем,эскән һыуың ниндәй, тип танышыр булғандар. Бына мин һеҙҙең алдығыҙҙа: тәүҙә ҡыҙыл армеец ,һуңынан Совет Армияһы һалдаты. Европа илдәрен Гитлер ҡоллоғонан ҡотҡарыусы быуын вәкиле. Мин 1927 йыл 15 июлдә Хәйбулла районының иң төпкөлөндә урынлашҡан Урыҫбай ауылында тыуып үҫкәнмен. Сроктан алда саҡырыуға эләгеп, 1944 йыл көҙөндә шул ауылдан армияға алынғанмын. Мин, Иҙелбаев Ғәлиаслан Ғәлиәскәр улы, һеҙгә ете йыл ғүмерем сарыф ителгән армия хеҙмәтемде иң беренсе көнөнән башлап һөйләргә булдым. Ватаныбыҙ тарихында башҡа һуғыш булмауына өмөтөм ҙур. Һәр бер бала, йәш үҫмер быуыны нығынғансы үҙ илендә, ата-әсәһе янында йәшәренә ысын күңелдән ышанам. Килер быуын армияға сроктан алда саҡырыу тигән нәмәне күрмәһен, беҙ күргәндәр улар башына төшмәһен, тигән теләктә ҡалам.

Беҙ һуғышҡа барабыҙ

Беҙ, 1927 йылғылар, һуғышҡа сроктан алда саҡырыу буйынса алынған йәш кенә егеттәр инек. Башҡортостан. Хәрби ҡаласыҡ Әлкә(Алкино) лагеры. Бында беҙҙе, йәш егеттәрҙе (17 йәшебеҙ тулып ҡына уҙған  сағыбыҙ) 1944 йылдың октябрь аҙаҡтарында йәм-йәшелдән кейендереп, аяҡтарға обмоткалар уратып, ботинкалар кейҙереп хәрби белемгә, хәрби алымдарға өйрәтә башланылар. Беҙҙе отделение, взвод, роталарға бүлделәр.

Йоҡлаған урыныбыҙ: ерҙән ҡаҙып эшләнгән землянкаларҙа өс ҡат итеп эшләнгән һәндерәләр. Беҙ, Һатыбалды тигән иптәшем менән өҫкә, 3-сө ҡатта урынлаштыҡ, бесәй кеүек үрмәләп менеп китәһең. Өҫкө һәндерәлә уралған обмоткаң төшөп китһә, бер бәлә, ҡабаттан йомарлап урағансы, ваҡыт үтә лә китә. Аҫтағы ике һәндерәлә лә һалдаттар, мәшәҡәте ҙур. Ике-өс айҙа яйлап күнектек. Беҙ, башҡорт балалары, ашауға талымһыҙ инек, кәбеҫтә һурпаһына ғына өйрәнә алмай йонсоноҡ. Икмәкте, шәкәрҙе хатта арттырып, төндә отбойҙан һуң ашарға кеҫәләргә йыйып та булыша инек. Махорка бирәләр ине. Беҙҙең йылғылар күбебеҙ тәмәке тартманыҡ.  Тартҡандарға етмәгәндер, күрәһең. Махорканы шәкәр-рафинадҡа алмаштырып бер була инек (үҙенә күрә, һалдат сауҙаһы инде).

Мин тәүҙә подъёмға өйрәнә алмай бер булдым. Өйҙә әсәй: «Тор,балам»,-тип әкрен генә уятҡан булһа,бында дежур дневальныйҙың «Подъём!» тип аҡырыуына күнегә алмай,тертләп уянып,ҡалтырап төшәм. Йәһәт кейенеп, ҡышҡы һыуыҡта ла, физзарядкаға тышҡа сығырға кәрәк ине. Шунан яйлап «Подъём»ға ла күнектем. «Подъём!»- тип ҡысҡырыуҙарынан бер 10-15 минут алда уянып ғәҙәтләндем.

Хәҙер иптәш һалдаттар менән бер взвод, бер отделение кешеләре бер туғандай танышып,өйрәнешеп алдыҡ.Үҙебеҙҙең яҡ башҡорттары ла байтаҡ ине. Өфө яғы райондарынан татар, мари, мордва егеттәре татарса һөйләшәләр. Күбебеҙ русса белеп тә етмәйбеҙ. Бына бер заман беҙҙе сафҡа теҙеп, йырларға мәжбүр итә башланылар. «Белмәйбеҙ»,-тип тәүҙә ҡыр талашып ҡараһаҡ та, аҙаҡтан обедҡа алып йөрөтөүсе кесе командирҙар «Запевай!»-тип теңкәгә тейеп,бигерәк тә беҙҙе столовойға индермәй, плац буйлатып оҙаҡ йөрөтә башлағас, үҙебеҙсә йырларға булдыҡ. Йыр башлаусы беҙҙең отделениенан, хәҙерге Краснокама яғынан мари егете Пашаев Сәйфулла.  «Запевай!» тигән команда булғас,әсе тауыш менән татарса йыр башланы:

Беҙҙең маршал Ворошилов йәшәһен! Йәшәһен!

Эскадрон, аттарға!    Рәтләп, тигеҙ сафтарға!

Беҙ барабыҙ фронттарға тыуған илде һаҡларға!

Алға! Алға!-тип тә ҡысҡырабыҙ. Быныһы инде тел белмәгән урыҫ һалдаттары өсөн шәп ине. Сафтан сыҡмайынса, урыҫса булмаһа ла, бик дәртле йырлап үтә башланыҡ. Ошоларҙы төшөнөп алғас, беҙҙе обедтан алда плац буйлап ҡыуыуҙы кәметтеләр. Иҫемдә, бер капитан, стройҙы туҡтатып: «А про что поют они?»-тип, алып барыусы сержанттан һораны. Ул: «Не могу знать, про Ворошилова, про казармы поют», - тине. Капитан: «Продолжайте, красиво получается»,-тип баһа биреп ҡуйҙы беҙгә.

Занятиеларҙа күбеһен стрелковый ҡоралды, Максим пулемётын ныҡлап өйрәндек. Яҡшылап русса һөйләй алмаһаҡ та, ҡоралдың һәр өлөшө ҡайҙа, ниндәй хеҙмәт үтәй, нисә өлөштән тора, һөйләп бирә ала инек. Тик ҡапыл һорау бирһәләр, төшөнә алмай ныҡ аҙапландым. Уставты, патрульный службаны ла, уҡый белгәс, ятлап алам да, һөйләп тә бирәм. Молодец, тип кенә ҡуялар.

1945 йылдың ғинуарын шул лагерҙа ҡаршыланыҡ, өйрәндек тә инде. Хәрби хеҙмәттә ул ваҡытта иң йонсотҡаны, ҡурҡытҡаны противогаз-маска кейеп, газ ебәрелгән землянкаларҙы үтеп сығыуҙар. Сөнки противогаздар иҫке, йыртыҡтары ла бар, газ үтеп, үпкәгеҙҙе зарарлаһағыҙ, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләгеҙ, ҡабаланмай, яҡшылап кейегеҙ,тиҙәр командирҙар, үҙҙәре «Быстрей, быстрей!»-тип торалар. Ярай, уныһын да үттек.

6 ай буйына Алкинола тейешле хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 1945 йылдың 19 февралендә хәрби ант бирҙек. Присяга ҡабул иткәс, беҙҙе көнбайышҡа, фронт яғына ыңғайлатырға булдылар.

 Ул ваҡытта Совет Армияһы тыуған илдә Ҡыҙыл Армия тип йөрөтөлөп, Гитлерҙың вассалдары булған хәрби союздаштар территорияһына сыҡҡас, Совет Армияһы тип атарға ҡарар ителгәйне. Хәҙер беҙ-совет һалдаты! Политруктар: «Ғәскәребеҙ сит ил территорияларына азат итеү походы менән бара. Беҙ халыҡтарҙы Гитлер ҡоллоғонан ҡотҡарыу өсөн фашистарҙы тамам тар-мар иткәнсе һуғыш дауам итәсәк. Гитлерсылар үҙ ерҙәрендә беҙҙең Армияға ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә. Ләкин улар еңелеүгә дусар ителгән: 2-се фронт асылды. Дошман ике яҡтан ҡыҫымға алынды-бер яҡтан Англия, Америка ғәскәрҙәре, был яҡтан беҙҙең Совет Армияһы һөжүм итә»,-тинеләр.

Эшелондарға тейәнеләр. Беҙгә, кисәге малайҙарға, ҡыҙыҡ та, борсолдора ла. Йәнәһе,ил күрәбеҙ, тип ҡыуанғандар ҙа бар. Беҙ барғансы, һуғыш бөтөп ҡуйыр, тип борсолғандар ҙа бар.

 Совет Армияһы был көндәрҙә сит илдәр биләмәләрендә фашистарҙы тар-мар итеү буйынса ҡыҙыу һуғыш алып бара. Шуғалыр ҙа, бәлки, беҙҙе, малайлыҡтан яңы сыҡҡан 17- 18 йәшлек егеттәрҙе, тура ут эсенә алып барып тыҡманылар. Февраль айының аҙаҡҡы көнөндә беҙҙең эшелонды бушаттырып, Татищево тигән хәрби лагерға төшөрҙөләр. Бындағы землянкалар Алкинолағы һымаҡ түгел, тәрәнерәк ҡаҙылған, баҡһаң, ерҙәре ҡомлоҡ икән. Улар яңыраҡ ҡына бушаған, беҙҙән алдағыларҙы (25-26 йылғылар булһа кәрәк) көнбайышҡа, фронтҡа оҙатҡандар. Лагерҙа беҙҙе оҙаҡ тотмай, часебеҙҙе Саратовтан 25 км-ҙа урынлашҡан Курдюм тигән ауылға күсерҙеләр. Һәр отделение һалдаттарын бер өйгә урынлаштырҙылар. Бында тактик занятиеләр башланды. Совет армияһы һөжүм итеү һуғышы алып бара тип,беҙҙе дошманға һөжүм итергә өйрәтә башланылар. Йүгерттеләр генә. Бер ай самаһы бында булғас, кире  Татищевоға килтерҙеләр. Март урталарында фронтҡа оҙаталар, тигән хәбәр таралды. Бында беҙҙе өр-яңынан кейендерҙеләр (союзниктар ярҙамын үҙебеҙҙә тойҙоҡ): еңел йәшел английский шинелдәребеҙҙе систереп,беше күкшел американский шинель кейҙерҙеләр. Ботинкаға обмотка урынына гетры тигән ойоҡ һымаҡ бер нимә бирҙеләр. Гетрыны анһат, кейәһең дә, бәйләп, йәрпесәк һымаҡ ботинка тышына төшөрөп ҡуяһың. Обмотка урап ултырыуҙар бөттө.

Смотр үткәс, март аҙаҡтарында эшелондарға тейәп, көнбайышҡа оҙаттылар. Был юлы инде беҙҙе хәрәкәт итеүсе Армия составына 3-сө Украина фронтына ебәрҙеләр. « Һеҙ сит илдәрҙә хәрәкәт итәсәкһегеҙ. Совет яугире намыҫына тап төшөрмәгеҙ! Уяу булығыҙ!» - тип оҙатып ҡалдылар.  Беҙҙе бик аҡрын, төндә генә алып китәләр ине. Бик оҙаҡ барҙыҡ. Псковты үткәндә, һуғыш харабаларын күреп, иҫебеҙ китте. Шаярыуҙар бөттө, барыбыҙ ҙа ҡапыл

үҙгәреп, етдиләнеп киткән һымаҡ булдыҡ.

Беҙ барабыҙ фронттарға Тыуған илде һаҡларға! Һуғышта бер ай өс йылға торошло.

Минең хәрби билетемдә «Бөйөк Ватан һуғышының алыштарында, походтарында 1945 йылдың 5 апреленән 1945 йылдың 9 майына тиклем 8-се айырым элемтәселәр полкы составында линейный надсмотрщик сифатында ҡатнашты»,-тип ҡуйылған билдә бар. Был ваҡытта миңә 18 йәш тә тулмағайны әле.  Бөйөк Еңеүҙән һуң ике ай үткәс кенә 18-ем туласаҡ.

Эшелонда, беҙ барғанса, һуғыш бөтөп ҡуймаһын, тип борсолоп килгән кисәге малайҙар һуғыштың иң ҡыҙыу осорона эләктек. Совет Армияһы дошманды үҙ өңөндә туҡмай.Улар йән асыҡҡа ҡаршылаша. Беҙҙе ҡаршы алған 3-сө Украина фронтының данлыҡлы Гомельский 8-се айырым элемтәселәр  хөкүмәт полкы ине. Бында мин элемтәсе-телефонист булып  хеҙмәт итә башланым.  Элемтәселәрҙең  төп бурысы: һөжүм итеп йылдам алға барған беҙҙең ғәскәр менән штабтар араһында ышаныслы элемтә тәьмин итеү. Беҙҙең полк Румыния ерендә ине инде.   Еңелеүгә дусар ителгән дошман аяуһыҙ тартҡылаша. Карпат тауҙарындағы урмандарҙа йәшеренеп ятып, Германия еренә ҡарай ваҡ төркөмдәр менән хәрәкәт итәләр. Юлдарында күп зыян килтерәләр. Улар бит ҡораллы  фашистар!

Бына шундай башкиҫәрҙәр менән беҙгә лә осрашырға  тура килде. Был хәл мәңге онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә уйылып ҡалды. Телефон линияһын төҙөк тотоу беҙгә йөкмәтелгән. Бер саҡ шулай линиялағы аварияны төҙәтеү өсөн мине һәм иптәшем, Мәскәү егете, Балашов Виктор Андреевичты   наряд башлығы итеп, линия буйлап артҡа, Карпат тауҙары итәгенә ҡарай ебәрҙеләр. Линиялағы боҙоҡ урынды тиҙ таптыҡ. Тимер сым бушаған икән. Ялан телефонынан ротаға хәбәр иттек. Аварияны төҙәтеү өсөн  аралары 70-80 метр булған ике бағанаға менеп,напарнигым блок менән тимер сымды тарттырырға, ә мин изоляторҙан сымды бушатырға тейешмен. Витя тимер тырнаҡтарҙы кейеп ҡалды, мин икенсе бағанаға киттем.Икебеҙ ҙә телефон бағанаһы башына менеп үҙ эшебеҙҙе башлағайныҡ ҡына, тау ҡабырғаһы артынан  атыу тауыштары яңғыраны. Беҙ әһәмиәт бирмәй,эшебеҙҙе дауам иттек.Ә бит уйлап ҡараһаң, дошман өсөн асыҡ урындағы тере сәп булғанбыҙ бит. Ҡапыл атыу тауышы эргәлә генә яңғыраған һымаҡ булды. Ҡараһам, иптәшем бағанала тимер тырнағында көйө монтер билбауында биленән аҫылынып, хәрәкәтһеҙ тора.

Шул ваҡыт икенсе пуля минең ҡулым һуҙылған изоляторҙы селпәрәмә килтерҙе. Тимер сым үргә күтәрелеп китте. Изоляторҙың фарфор ярсыҡтары минең биткә,ҡулға сәсрәп ҡаҙалды. Мин бағана башынан нисек ысҡынып төшкәнде хәтерләмәйем. Күҙҙе әсетеп ҡан аға. Изолятор ярсығы күҙҙән 2 мм-ҙай ғына өҫкә сәнселгән икән. Бик шөбһәләнә башланым: наряд башлығы бағана башында хәрәкәтһеҙ  аҫылынып тора, атыу тауыштары һаман ишетелә.  Урман яғынан ҡыҙыл погонлы боецтар күренгәс кенә, эскә йылы инде. Эргәмә йүгереп килгән өлкән сержант: «Һалдат, һин яраланғанһың бит»,- тип тиҙ генә пакетын сығарып, ярамды һөртөп,бәйләп тә ҡуйҙы һәм: «Иптәшеңә  ярҙам кәрәкмәйҙер инде»,-тине. Шунда ғына аңыма напарнигымдың тере түгел икәне барып етте. Ялан телефонын алып,часҡа хәбәр иттем. Аҙаҡтан частән иптәштәр килгәс кенә, был яугирҙәрҙең фашист ҡалдыҡтарына облава яһап  йөрөүсе НКВД кешеләре икәнен ишеттем.

Был хәл һуғыш бөтөүгә 21 көн ҡалғас, 1945 йылдың 17 апрелендә Карпат тауҙары араһында, Румыния – Венгрия сигендә  румындарҙың Орадя тигән ҡасабаһынан алыҫ түгел, линия буйында булды. Тылда йәшеренеп ҡалған фашист ҡалдыҡтары  менән осраҡлы осрашыуҙа мин еңелсә яраланһам, хеҙмәттәшемдең ғүмере өҙөлдө. Уны яугирҙәргә күрһәткән хөрмәт менән яҡшылап ерләһәләр ҙә, минең күңелемдә мәңге юйылмаҫ яра ҡалды. Был ваҡиғаны мин нишләп шулай тасуирләп яҙам? Минең тиҫтерҙәремде  сроктан алда саҡырыу менән 17 йәштән армияға алһалар ҙа, һуғыштың аҙағында ғына хәрәкәт итеүсе армияға барып эләгеү сәбәпле, улар һуғышта булмаған, тигән ғәйбәт таратыусылар бар икән. Һуғыштың бер көнө өс йылға торошло икәнен белмәгәндәр генә шулай фекер йөрөтә ала. Был осорҙа 1927 йылдың ҡайһы айында тыуыуың да әһәмиәтле ине. 1927 йылдың тәүге айҙарында  тыуғандар Венгриялағы  Балатон операцияһында ҡатнашты. Күптәр Көнсығыш фронтҡа, Япония менән һуғышҡа ебәрелде. Был ерҙәрҙәге һуғыш ит турағысына барып эләккән тиҫтерҙәремдең  бик күптәре  18 йәше лә тулмайынса Ватан өсөн көрәштә яу ҡырында ятып ҡалдылар.  Бынан тыш, көнбайышта ла  бандеровсылар менән алыштың ҡыҙған осоро ине. Йәш булһаҡ та,сибек иңдәребеҙҙә һуғыштың бөтөн ауырлығын күтәрештек. Еңеү көнөн беҙҙең часть Венгрияла ҡаршыланы.

Беҙҙе фронтҡа килгәс, 8-се айырым элемтәселәр полкына ҡушҡандарында Башҡортостандан 300-гә яҡын үҙебеҙҙең милләт кешеләре инек. 7 йыл хеҙмәтте тултырғанда, Хәйбулла районынан дүртәү инек. Сәғит ауылынан Йәнтүрин Мәхмүтйән һәм Кәипов Ишбулды, Аҡьюл ауыл советынан Абдрахманов Һатыбалды һәм мин, Иҙелбаев Ғәлиаслан. Һуғыш тамамланғас, өлкәнерәк һалдат һәм офицерҙарҙы демобилизацияланылар. Илде аяҡҡа баҫтырыу кәрәк ине. 1949-50 йылдарға тиклем армияға саҡырыу булманы.Илде һаҡлау, оборонаны нығытыу минең тиҫтерҙәрем өлөшөнә төштө. Шуға ла беҙ 7 йыл хеҙмәт иттек. Хеҙмәтем дәүерендә мине 1,5 йылға айырым полк мәктәбенә ебәреп, кесе командирҙар әҙерләүсе курста уҡытып алдылар. Уҡып ҡайтҡас, отделение командиры һәм замкомвзвода булдым.

Һуғышҡа  барғанда беҙ, 4 йыл буйына илде йонсотоусы ҡанлы һуғыш алып барған илбаҫарҙарҙы өңөндә туҡмау уйы менән ашҡындыҡ. Ауылынан сығып йөрөмәгән йәш егеттәрҙең ил, ер-һыу күрергә тигән теләгебеҙ ҙә бар ине. Был хыялыбыҙ ҙа тормошҡа ашты. Беҙҙең 8-се айырым элемтәселәр полкы элемтә линияларын төҙәтеү һәм зксплуатациялау буйынса махсуслашҡайны. 1945 йылдың май-июнь айҙарында Венгрияның  Дебрецен ҡалаһында булһаҡ, 1945 йылдың июненән 1951 йылдың майына тиклем Румыния ерендә хеҙмәт иттем. Эшебеҙ буйынса был илде арҡырыһын-буйына йөрөп сығырға тура килде. Зәңгәр Дунай йылғаһын да, диңгеҙҙе лә күрҙем. Румынияның беҙ булған ҡалаларының серле, ҡолаҡҡа ят исемдәре әле лә иҫтә: Констанца, Галац  порттары, Тульча, Плоешти, Джурджу, Орадя, Крайов,Тимишоара, Бухарест ҡалалары- беҙҙең частең дислокация урындары булды.

Мин 1951 йылдың май айында сержант званиеһында демобилизацияландым. Күкрәгемә «За победу над Германией»,«За боевые заслуги», «За трудовую доблесть» миҙалдарын, « Отличник связи» билдәһен тағып, командованиеның часть байрағы алдында бирелгән Рәхмәт хатын һәм Маҡтау ҡағыҙын алып, 7 йылдан һуң ғына, Тыуған ил алдындағы бурысымды тулыһынса үтәп, армиянан тыуған илемә әйләнеп ҡайттым. Хәрби биографиям тамам.

Ғәлиаслан Ғәлиәскәр улы Иҙелбаев. Тыуған йылым 1927йыл, 15 июль. Яҙылды 15.03.2005-18.02.2007 й.

Зифа Илбаҡтина.

Сибай ҡалаһы.

Автор:Гульдар Кадаева