АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы

1963 йылдың йәйе. Яңы ғына асылған Сибай педагогия училищеһына уҡырға инеү өсөн атайым менән документтар тапшырырға килдек. Беҙҙе олпат кәүҙәле, бөтә торошонан кешеләргә йылылыҡ бөркөп торған ап-аҡ күлдәкле ир кеше ихлас ҡаршы алды:

Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы
Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы

Уҡыу йортоноң акттар залында осрашыу бара. Бәҙри Мөжәүр ул-Әйҙә үтегеҙ, беҙгә киләсәктә уңған уҡытыусы буласаҡ ҡыҙ килгән бит,--тип документтарымды теүәлләп алып ҡалды ла ниндәй фәндәрҙән, ҡасан, ҡайҙа имтихан буласағын аңлатҡас, һаубуллашты.
Һынауҙарҙы уңышлы тапшырып уҡыуға ингәс кенә, мин ул кешенең Сибай педагогия училищеһының тәүге директоры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов икәнен белдем.
Беҙ, төрлө район, ауылдарҙан килгән балалар, башкөллө уҡыуға сумдыҡ. Училищела төплө белем биреүҙән тыш, кластан тыш саралар ҙа күп үткәрелде.
ы беҙгә һуғыш тураһында һөйләй... Берәү уның нисек яраланыуы тураһында һораны. Тын да алмайынса мөкиббән китеп тыңлайбыҙ.
-Һуғыш яланында атлылар дошманға ҡаршы алға саба. Тирә-яҡта пулялар һыҙғыра, снарядтар шартлай. Ат тояҡтары аҫтынан ҡар киҫәктәре сәсрәп һибелә. Кемдер йығылып ятып ҡала, кемдер алға сабыуын дауам итә.
Ҡапыл яҡында ғына снаряд шартланы... Иҫемә килеп торайым тиһәм, бер аяғым үксәһе менән алға ҡарап ята... Госпиталдә генә иҫемә килдем. Врачтар аяғымды һаҡлап алып ҡалдылар, ләкин ғүмерлеккә аҡһаҡ булып ҡалдым.
Ошоларҙы ишеткәс, күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты ла битем буйлап тәгәрәне, йөрәгем дөп-дөп һуға башланы. Мин алдымда торған кешенең тән ғазабын, уның ауыртыныуҙарын, кисерештәрен үҙ йөрәгем аша үткәрҙем.
Бәҙри Мөжәүир улының һөйләгәндәре атайымдың да һуғыш яраларынан һыҙланыуҙарын күҙ алдыма килтерҙе. Атайым Әхмәҙи Муса улы Рысҡужин 1941 йылдың 24 июленән алып 1943 йылдың 24 майына тиклем 175-се номерлы кавалерия полкында яу юлы үтеп, һул аяғы һәм һул яурыны аша үткән пулянан яраланып, ҡултыҡ таяҡҡа таянып ауылға ҡайтып инә. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡтың төрлө тармаҡтарында ең һыҙғанып эшләй: кладовщик, Сталин исемендәге колхоз председателе, төҙөүселәр бригадаһы бригадиры ла. Аҙаҡтан почтала эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Әсәйем Шәмсикамал Заһретдин ҡыҙы менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы.
Халҡыбыҙҙың тарихын, үткәнен белер өсөн, еңеүҙең бөйөклөгөн аңлар өсөн күп кәрәкмәй. Бәҙри Мөжәүир улының һөйләгәндәрен тыңлап, нисек яраланыуын ишетеп, яҙмышын тағы бер тапҡыр күҙ алдымдан үткәрҙем, атайымдың яу юлы, яраланыуы, тыныс ваҡыттағы йәшәйеше, хеҙмәте бер-бер артлы теҙелеп китте... Уларҙың һуғыштағы ҡаһарманлығы, хеҙмәт батырлығы--халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, халҡыбыҙ батырлығы ла!
Бәҙри Мөжәүир улы етәкселегендә Сибай педагогия училищеһы уҡыусыларына сифатлы белем биреүгә бихисап уҡытыусылар үҙ ғүмерҙәрен бағышланы, беҙҙең белемгә ныҡлы нигеҙ һалды. Ә нигеҙ ныҡлы булһа, уға бөтә нәмәне лә ҡороп була.
Уҡытыусыларыбыҙҙың һәр береһе оло маҡтау һәм ихтирамға лайыҡ. Беҙҙең быуын кешеләре Сибай педагогия училищеһында уҡыуыбыҙ менән ғорурлана.
Зөлфиә Рысҡужина, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы.
Татлыбай ауылы.

Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы
Хәрби һәм хеҙмәт батырлығы
Автор:Гульдар Кадаева