АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡтарын һуғыш урлаған

Йәштәре күптән һикһәнгә етһә лә кескәй йөрәктәрендә фашистар һалған яра һаман һулҡылдай. Сибай ҡалаһында “Һуғыш осоро балалары” үҙ ойошмаһын булдырырға ҡарар итте.

Бала саҡтарын һуғыш урлаған
Бала саҡтарын һуғыш урлаған

 “Башҡортостан Республикаһында һуғыш осоро балалары тураһында” законына ярашлы 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә ҡәҙәр тыуғандарға социаль ярҙам күрһәтелә. Дәүләт ярҙамының маҡсаты – балалыҡ йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән өлкән быуын вәкилдәренә иғтибар көсәйтеү. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәтендә һуғыш осоро балаларының ултырышы үтте. Унда урында һуғыш осоро балаларын берләштергән йәмғиәт төҙөү, уның рәйесен һайлау мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта шулай уҡ ололарҙы борсоған төрлө һорауҙар күтәрелде. Сарала Сибай ҡалаһы вәкилдәре егән түгел, Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар башҡалала эшләп килгән һуғыш осоро балалары йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге менән дә таныштырҙы.

--Беҙ башҡалала Һуғыш осоро балалары йәмғиәте ойошторҙоҡ. Шайморатов ҡасабаһында ла генерал Шайморатов республика клубы эшләй башланы. Әле Сибай ҡалаһына ла ошо ниәт менән килдек. Беҙҙе бында ҡала советы депутаттары ихлас ҡаршы алды. Юлыбыҙ сығымдарын ҡаплауҙы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Денис Назаров тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Сибай бик таҙа, матур, ыҡсым ғына ҡала икән. Оло быуын вәкилдәре, ветерандар советы әүҙемселәре менән дә бик тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Иң мөһиме ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейында генерал Миңлеғәле Шайморатов клубының һуғыш осоро балалары мөйөшөн булдырыу ҡарары сығарылды,-- тине Башҡортостан Республикаһының “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” ойошмаһы рәйесе Рафиҡ Хәйҙәров.

Сибайҙа әлеге көндә һуғыш осоро категорияһына ҡараған 2169 оло кеше йәшәй. Быйыл июнь айында уларҙың күбеһенә “Һуғыш осоро балаһы” танытмаһы таратып бирелде. Ҡулына танытма, аҡсалата өҫтәмә түләү алмағандар урындағы күп тармаҡлы үҙәккә йәки социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итә ала. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидия юллау өсөн идарасы компанияға барырға кәрәк.

Автор:Гульдар Кадаева