Бөтә яңылыҡтар

Һуғыштың тере шаһиты баҡыйлыҡҡа күсте

96-сы йәшендә Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны Ваһапов Ғизәтулла Зиннәт улы вафат булды.Ваһапов Ғиззәтулла Зиннәт улы Баймаҡ ҡалаһында 1925 йылдың 15 июнендә күп балалы эшсе ғаиләһендә тыуа. Хеҙмәт юлын 1942 йылда Баймаҡ районының Әбдрәхман башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 18 йәшендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Радиотелеграфист булып хеҙмәт итә.Демобилизациянан һуң ВЛКСМ, КПСС район комитеттарында эшләй. Ғизәтулла Зиннәт улының хеҙмәт стажы - 40 йылдан ашыу. Комсомол һәм партия, профсоюз, йәмәғәт, патриотик эштәр буйынса ул һәр ваҡыт алда, ваҡиғалар сылбырында булды. Сибай ҡалаһында йәшәне һәм эшләне.II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Почет билдәһе" ордены, "Батырлыҡ өсөн" миҙал менән бүләкләнгән. Уның хеҙмәт ҡаҙаныштары шулай уҡ төрлө почет грамоталар менән билдәләнде.Ҡатыны Маһруй Мөхлис ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.Тыуған ил һаҡсыһы - Ваһапов Ғизәтулла Зиннәт улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

На 96-ом году ушел из жизни участник Великой Отечественной войны, ветеран труда Вагапов Гизатулла Зиннатович.

Вагапов Г.З. родился 15 июня 1925 года в г.Баймак в многодетной семье рабочего. Трудовую деятельность начал в 1942 г. учителем Абдрахмановской начальной школы Баймакского района. В 18-летнем возрасте был призван на военную службу. Войну прошел в качестве радиотелеграфиста. Принимал участие в освобождении Белоруссии, Латвии, Эстонии, Калининской области, в снятии блокады Ленинграда.

После демобилизации работал в райкомах ВЛКСМ, КПСС. Трудовой стаж у Гизатуллы Зиннатовича - более 40 лет. Комсомольская и партийная, профсоюзная, общественная, патриотическая работа - всегда он был впереди, в гуще событий. Далее жил и работал в городе Сибай.

Награжден орденом Отечественной войны II степени, орденом «Знак Почета», медалью «За отвагу». Его трудовые достижения также отмечены различными почетными грамотами.

С супругой Магруй Мухлисовной воспитали четверых детей.

Светлая память о замечательном человеке, защитнике Родины – Вагапове Гизатулле Зиннатовиче – навсегда сохранится в наших сердцах.