Бөтә яңылыҡтар

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ағайымдың “Беҙҙе һуғышҡа ебәрҙеләр” тип яҙылған һуңғы хаты килә. Шул хаттан башҡа бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған. Йыл һайын беҙ уны: "Ана ҡайтып төшөр, бына ҡайтып төшөр",--тип көттөк тә көттөк. Уның ҡайһы ерҙә мәңгелек төйәк табыуын да белмәйбеҙ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан йәш кенә көйөнсә һуғышҡа китеп юғалған ағайым тураһында яҙырға теләйем. Ҡәҫтәрән Шәһәрғәзи улы Ҡаһарманов 1920 йылда Баймаҡ районы Әхмәр ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡыған. Ҡулына диплом алғас, уны йүнәлтмә буйынса Күсей мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәргәндәр. Унда бер йыл эшләгәс, Йолалы мәктәбендә балаларға һабаҡ биргән. 1939 йылдың көҙөндә әрме сафына алынған. Благовещенск ҡалаһында сержант дәрәжәһендә штатта писарь булып хеҙмәт иткәне билдәле.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ағайымдың “Беҙҙе һуғышҡа ебәрҙеләр” тип яҙылған һуңғы хаты килә. Шул хаттан башҡа бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған. Йыл һайын беҙ уны: "Ана ҡайтып төшөр, бына ҡайтып төшөр",--тип көттөк тә көттөк. Уның ҡайһы ерҙә мәңгелек төйәк табыуын да белмәйбеҙ. 1995 йылда сыҡҡан “Хәтер” китабында Баймаҡ районынан хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеген күрҙем. Ағайыбыҙ Ҡәҫтәрән Шәһәрғәзи улын китапта 1941 йыл август айында юғалған тип яҙғандар.

Уның ҡустыһы Ҡазихан ағайым да бынан 10 йыл элек үлеп ҡалды. Өлкән апайыбыҙ Ғәйниямал Ғәзимова ла 12 йыл инде беҙҙең арала юҡ. Икенсе апайым 1928 йылғы Фәтхиә Шәһәрғәзи ҡыҙы Әбдрәхимова Күсей ауылында йәшәй. Ауылда ул иң олоһо хәҙер. Еҙнәйебеҙ Лотфрахман Динислам улы Әбдрәхимов та Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булды. Ул башта әрме хеҙмәтенә саҡырылып, 2 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, һуғышҡа ебәрелә. Яу юлын үтеп, 7 йыл тигәндә тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтҡан. Апайыма өйләнеп, бергә 10 бала үҫтерҙеләр. Еҙнәйебеҙ 73 йәшендә вафат булды. Уларҙың нәҫел-нәсәбе ишле: 54 ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре бар. Апайыма 91 йәш, иҫе теүәл, балаларына һаман булһа ла аҡыллы кәңәштәрен биреп, ойоҡ-бейәләйҙәрен бәйләп, таратып ултыра.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан әйтер һүҙем шул: яуҙа һәләк булғандарҙы ла, унан имен ҡайтып донъя көткәндәрҙе лә онотмайыҡ. Тыл ветерандарының хеҙмәте лә батырлыҡҡа тиң.

Әсмә Сөләймәнова.

Сибай ҡалаһы.