АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хаттар бәйләне араны

1990 йылдарҙа беҙҙең илдә көрсөк башланғас, Кетлэйен Шмитд ярҙам йөҙөнән беҙгә посылка ебәрә башланы. Фломастер, ручка, открытка, китаптар ебәреүҙәренә ҡыуана инек. Шунан ҡыҙыма джинсы салбар, футболкалар һалды. Ҡыҙыбыҙ ҡыуанып кейә, ә беҙ күңелһеҙләнә төштөк. Шунан бер ваҡыт аҙыҡ-түлек һалдылар. Унда фарштан алып тоҙға тиклем килгәс, мин немец телендә үҙебеҙҙең үпкәләүебеҙҙе белдереп хат яҙҙым. Нисек кенә булмаһын беҙ бит ниндәй дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышында еңгән ил һәм ундай бөлгөнлөккә төшмәгәнбеҙ. Яуап итеп “Ағиҙел” берекмәһе етештергән ағастан һырлап эшләнгән ҡымыҙ сервизын һалдыҡ.Шунан һуң дуҫлыҡ ептәре өҙөлдө.

1980-1990 йылдарҙа Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә интернациональ дуҫлыҡ клубтары бик киң таралған ойошма булды. Ҡаланың 4-се мәктәбе уҡыусылары Бөтә Союз ғына түгел, ситтә ятҡан илдәр мәктәптәре уҡыусылары менән теләктәшлек итә башланыҡ, хаттар яҙыштыҡ. Беҙҙең таусылар ҡалаһы ул ваҡытта Германия Демократик Республикаһының Мансфельд ҡалаһы менән туғанлыҡ ептәре булдырғайны. Сибайҙағы һөт консервалау комбинатын төҙөгәндә лә Мансфельд комбинаты инженерҙары эшләне. 4-се мәктәптең пионерҙары сит ил инженерҙарҙыарын үҙебеҙҙең интернацилналь дуҫлыҡ клубына ағза итеп алды. Фәһемле осрашыу үткәрҙек, иҫтәлеккә фотоға төштөк. Улар беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырғайнылар, донъялар үҙгәреп китеү сәбәпле, барып булманы.

Германия Демократия Республикаһы менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә 1979 йылда бер төркөм уҡыусылар “Березка” лагерына ял итә килде. Улар араһында беҙҙең клуб ағзалары менән хат алышҡан уҡыусылар ҙа бар ине. Шунда балалар бер-береһе менән яҡындан аралышты, телдәрҙе өйрәнде.

Ҡыҙым Альбина ла Кетлэйен Шмитд тигән ҡыҙ менән аралашты. Талҡаҫта башланған дуҫлыҡтары оҙаҡ йылдар дауам итте. Хатты улар ике телдә яҙышты. Ул ваҡытта беҙҙә шариклы ручкалар, фломастерҙар ирекле һатыуҙа юҡ ине. Кетлэйен ҡыҙыма хатты матурлап һүрәттәр менән биҙәп яҙа торғайны. Ул шулай уҡ “Браво” төркөмөнөң ижадын яратыуын, йырсыларҙан автограф алыуын белгертте. Спорт менән шөғөлләнде, минең ҡыҙым Альбина ла сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙы. Бер хатында ул: “Ирина Роднина--йыһан чемпионкаһы. Ләкин шундай нәзәҡәтле спорт төрө өсөн ул “ҡартайҙы”,--тип яҙҙы. Каникул һайын ул ғаиләһе менән сит илдәргә ял итергә йөрөнө. Барған еренән открыткалар ебәрә торғайны. Ул үҙенең Мансфельд ҡалаһы тураһында ғорурланып яҙҙы, беҙҙе унда ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡалаһы тураһында китап та ебәрҙе.

1990 йылдарҙа беҙҙең илдә көрсөк башланғас, Кетлэйен Шмитд ярҙам йөҙөнән беҙгә посылка ебәрә башланы. Фломастер, ручка, открытка, китаптар ебәреүҙәренә ҡыуана инек. Шунан ҡыҙыма джинсы салбар, футболкалар һалды. Ҡыҙыбыҙ ҡыуанып кейә, ә беҙ күңелһеҙләнә төштөк. Шунан бер ваҡыт аҙыҡ-түлек һалдылар. Унда фарштан алып тоҙға тиклем килгәс, мин немец телендә үҙебеҙҙең үпкәләүебеҙҙе белдереп хат яҙҙым. Нисек кенә булмаһын беҙ бит ниндәй дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышында еңгән ил һәм ундай бөлгөнлөккә төшмәгәнбеҙ. Яуап итеп “Ағиҙел” берекмәһе етештергән ағастан һырлап эшләнгән ҡымыҙ сервизын һалдыҡ.

Шунан һуң дуҫлыҡ ептәре өҙөлдө.

Гәүһәр Буранова-Нәҙершина, мәғариф ветераны.