АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

30 йыл элек яҙылған хат

“Ҡәҙерле 4-се класс уҡыусылары! Һеҙҙең хатығыҙҙы алдым. Һәм, әлбиттә, отрядығыҙҙың атайымдың исемен йөрөтөүгә ҡаршы түгелмен. Уның исеменә лайыҡлы шәхестәр булып үҫерегеҙгә ышанам. Тырышып уҡығыҙ, тимуровсылар бурыстарын теүәл үтәгеҙ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булығыҙ".Сәләм менән Шайморатова Октябрина Миңлеғәле ҡыҙы.22.03.1989 йыл. Рига ҡалаһы.

--Рәсәй Геройы - Шайморатов! Ниһайәт, тарихи хаҡиҡәт тантана итә! Рәсәй Президенты Владимир Путин халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, 112-се кавалерия дивизияһы командиры генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был бөтә Башҡортостан халҡына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына шундай ҙур бүләк,--тип ҡыуана республикабыҙ халҡы.

Ошо ҙур ваҡиғаға һәм арҙаҡлы генералдың тыуыуына 120 йыл республикала киң билдәләнгәндә яҡташыбыҙға бәйле хәтирәләр яңыра.

Мәғариф ветераны Гәүһәр Дәүләтша ҡыҙы Сибай ҡалаһының 4-се мәктәбендә балалар уҡытҡан саҡта үҙе етәкләгән 4-се кластың пионерҙар отрядына генерал Шайморатов исемен биреүгә рөхсәт һорап арҙаҡлы шәхестең ҡыҙына хат яҙа.

Ул ваҡытта Рига ла йәшәгән Октябрина Шайморатова хатҡа ыңғай яуап бирә:

“Ҡәҙерле 4-се класс уҡыусылары! Һеҙҙең хатығыҙҙы алдым. Һәм, әлбиттә, отрядығыҙҙың атайымдың исемен йөрөтөүгә ҡаршы түгелмен. Уның исеменә лайыҡлы шәхестәр булып үҫерегеҙгә ышанам. Тырышып уҡығыҙ, тимуровсылар бурыстарын теүәл үтәгеҙ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булығыҙ. Һеҙ генерал Шайморатов тураһында бик күп беләһегеҙ. Быйыл уның тыуған ерендә мөһим датаны—тыуыуының 90 йыллығын киң билдәләйәсәктәр.Шайморатов ауылы мәктәбе уҡыусылары юбилей көнөнә үҙҙәренә саҡырҙы. Әгәр һаулығым ҡаҡшап китмәһә, мин унда мотлаҡ барырға тырышам.

Шайморат, Арслан ауылдарында, шулай уҡ Өфөлә атайым яғынан туғандар йәшәй. Яңыраҡ ҡына атайымдың һеңлеһе үлеп ҡалды. Уларҙың балалары ғына ҡалды. Мин улар менән бәйләнеш тотам. Шулай итеп, атайым яғынан минең ике туған 2 апайым һәм бер ағайым бар. Уларҙың балалары минең яныма Ригаға килеп тора.

Яҙыусы А.С.Ихсанов менән дә хәбәрләшеп торам. Ул миңә Шайморатов тураһында гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләрҙе ебәрҙе. Миңә шулай уҡ яҙыусы Т.Б.Сәғитов килеп китте. Ул күптән түгел Шайморатов тураһында повесть яҙған.

Ҡәҙерле балалар! Яҡшы уҡыуығыҙҙы, тырыш булыуығыҙҙы, сәләмәт һәм көслө булыуғыҙҙы теләйем.

Класс етәксегеҙ Г.Д.Бурановаға ла тик яҡшы теләктәр теләйем.

Сәләм менән Шайморатова Октябрина Миңлеғәле ҡыҙы.

22.03.1989 йыл. Рига ҡалаһы.