Бөтә яңылыҡтар

Ике йыйынтығы сыҡты

Сибай музыка мәктәбенең фортепиано бүлеге уҡытыусыһы Нурия Камил ҡыҙы Силякованың балалар өсөн ике китабы донъя күрҙе.

Сибай музыка мәктәбенең фортепиано бүлеге уҡытыусыһы Нурия Камил ҡыҙы Силякованың балалар өсөн ике китабы донъя күрҙе. "Фортепиано өсөн балалар пьесалары" тип аталған беренсе йыйынтыҡҡа автор 9 әҫәр индергән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған икенсе китабы "Һуғыш тураһындағы йырҙарға фантазия" тип исемләнгән. Унда "Священная война", "Темная ночь", "Три танкиста", "Эх, дороги", "Смуглянка", "День Победы" кеүек билдәле йырҙарҙы фортепианола 4 ҡул менән башҡарыуға көйләнгән.