АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эҙләйек, табайыҡ, төҙәтәйек

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында яугирҙәргә арналған обелиск яңыртыла.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында яугирҙәргә арналған обелиск яңыртыла. Төбәк әүҙемселәре Исламғолов Фәүз, Мәҡсүтов Шамил ағайҙар былтыр көҙ үк ошо эшкә ныҡлы тотоноп ҡына ҡалманы, ауыл халҡын тирә-яҡты төҙөкләндереү, таҙартыу өмәләренә лә йәлеп итте. Быйыл йәй иҫке яҡуптар “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрергә лә иҫәп тота.

--Обелиск темаһына әйләнеп ҡайтып шуны әйткем килә: һәйкәл ташына яҙылған 20 яугирҙең ҡайһы берҙәренең исем-шәрифтәре тулы түгел,--ти тамырҙары шул тарафтан булған Басир Марат улы Шәрипов.—“ОБД Мемориал”, “Память” сайттарында эҙләнеп обелискыға Байсәләмов А.Ф. тигән фронтовиктың исеме Яхия Фәтхулла улы булыуын асыҡланым. Унан Тимеров К.Г. яҙмаһында ир-егеттең исеме Ҡотлоғужа Ғәйет улы булыуы ла билдәле.

Әүҙемселәр алдында Ғүмәров Ш.С, Исламғолов Ю.А., Хәмитов Г.Х.

Зөлҡәрнәев Фәтхулланың атаһының исемен асыҡлау бурысы тора. Уның хаҡында Хәтер китабында 1908 йылғы, стрелок, пропал без вести в 1941 году тигән яҙма бар. Шулай уҡ Исламғолов Фәйзрахмандың да атаһының исемен асыҡлау зарур.

Гәзит уҡыусылар араһында, бәлки, үҙҙәренең яҡындарының исемен-шәрифен танып, уға асыҡлыҡтар индереүселәр табылыр. Белешмәләр өсөн телефондар: 89273419188 (Басир Марат улы Шәрипов). 8 (34775)-2-55-08 (“Атайсал” гәзите редакцияһы).

Читайте нас: