Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән бер рәттән, легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға ла 79 йыл тула. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә. Дөйөм һуғыш барышында дивизияның 3860 һалдат һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 яугиргә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм биш һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.
Бына ошо дан хаҡында һөйләнә Сибай концерт-театр берекмәһенең
“Эйәрле ат беҙ менгәндәр” концерт-программаһында. Башҡорт ауылынан һуғышҡа алынған ат һәм егеттең яу юлы, батырлығы һәм уларҙы Бөйөк Еңеүгә алып килгән данлы һәм шанлы юл һүрәтләнә.
-- 12 мартта Сибай драма театры ҡалалаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы “Эйәрле ат беҙ менгәндәр” концерт-программаһында көтә,--ти театр етәкселеге. –Белешмәләр өсөн телефондар: 8-999-130-69-10, 8-960-805-90-95.