Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов 8 Март-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан яу юлы үткән һәм тылда намыҫлы хеҙмәт итеүселәрҙе тәбрикләне.
--Һуғыштыү йөҙө—ҡатын-ҡыҙ затынан түгел. Әммә оло быуын вәкилдәре уның михнәттәрен үҙ иңендә татыған. Күптәре ир-егеттәр менән бер рәттән фронтта булған. Тылдағылар ҙа Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн йәнен дә, тәнен дә йәлләмәгән,--тине башлыҡ, тыныс тормош өсөн көрәшкәндәренә рәхмәттәр әйтеп.
Рөстәм Афзалов Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдарын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Лидия Георгиевна Кармановаға һәм Ольга Никитична Неретинаға тапшырҙы. Лидия Георгиевна артиллерия училищеһын тамамлаған, тыныс тормошта милиция капитаны дәрәжәһенә еткән. Өлкән сержант Ольга Никитична иһә санитар поезының шәфҡәт туташы булараҡ һуғышта ҡатнашҡан, яралыларҙы баҡҡан.
Рөстәм Әхмәткәрим улы байрам уңайынан тыл ветерандары Мәрйәм Ғәйфулла ҡыҙы Уразғолова, Тәзкирә Бәҙретдин ҡыҙы Ғәлиәкбәрова, Кәшфиә Шәрип ҡыҙы Абдуллиналарҙың түшенә лә юбилей миҙалдары ҡаҙаны.