Күркәм ханымдар
14 Октября , 05:05

Ҡартлыҡта кәрәк бәхет

Баймаҡ районының Туҡтағол ауылында тыуып үҫеп, оҙаҡ йылдар Беренсе Төркмән ауылында йәшәнем. Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһына берҙән-бер улым Артур йорт һалғас мине үҙҙәренең янына алды. Киленем Гөлфирә, ейәнсәр-ейәндәрем ҡартәсәй тип өҙөлөп тора. Ауылда йәшәгәндә ныҡ ҡатышып йәшәгән әхирәтем Гөлсирә Ибраһим ҡыҙы Ғафарова-Ғиззәтуллина ла Баймаҡ ҡалаһында Динә ҡыҙында ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй. Ошо көндәрҙә ул 80 йәшен билдәләй. Сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшағанлыҡтан ул өйҙә генә ултырһа ла, донъяла барған бөтә яңылыҡтарҙы белә, ейән-ейәнсәрҙәренә күҙ-ҡолаҡ, терәк-таяныс. Балалары, туғандары, яҡындары, әхирәттәре уға юлды һыуытмайбыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡартлыҡта кәрәк бәхетҠартлыҡта кәрәк бәхет
Ҡартлыҡта кәрәк бәхет

Гөлсирә әхирәтем Баймаҡ районының Фәйзулла (боронғо исеме Шүрәле) ауылында 1946 йылдың 3 октябрендә тыуған. Башланғыс кластан 8-сегә ҡәҙәр Татлыбай мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡыған, аҙаҡ ҡына интернат төҙөгәндәр. Урта белемде Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә алған. Атыу, саңғы ярыштарында алдынғылыҡты ул бер кемгә лә бирмәй. Мәктәптән һуң Баймаҡта почтаның бер бүлексәһе булған телеграфта махсус курс үткәндән һуң хеҙмәт юлын башлай. Унан йәш ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Беренсе Төркмән ауылына—«Ирәндек» совхозына эшкә ебәрәләр. Ҡыҙға Әхмәр ауылы егете Ғәфүр Ғафаров шундуҡ күҙ һала һәм күп тә үтмәй улар өйләнешә. Бер-бер артлы Фуат, Резеда, Гүзәл, Динә исемле балалары тыуа. 1941 йылдың 9 майында тыуған Ғәфүр Рәсүл улының ғына ғүмере ҡыҫҡа була: 1977 йылда ул йәшләй баҡыйлыҡҡа күсә. 4 баланы Гөлсирә Ибраһим ҡыҙы яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Балалары етеш тормошта йәшәһен, етемлекте һиҙмәһен өсөн һәр ваҡыт 2-3 эштә эшләне. Көндөҙ страховкалау агенты булараҡ совхозға ҡараған ауылдарҙы буйлаһа, кис ауыл биләмәһе бинаһында иҙән йыуҙы, пекарняла икмәк бешерҙе. Ул-ҡыҙҙарын уҡытып, һәр береһен һөнәрле итте. Өлкән улы Фуат Ғәфүр улы Баймаҡта тора. Урман хужалығының алдынғыһы хеҙмәткәре. Ҡатыны Рәзилә менән 2 ҡыҙ һәм 1 малай үҫтергәндәр. Улар хәҙер үҙҙәре өләсәй, ҡартатай. Резеда Ғәфүр ҡыҙы ире менән Иҫке Сибайҙа йәшәй, Сибай үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы. Ике улдары буй еткергән.

Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы Басай ауылында ире Мөхәррәм Нәҙершин менән ҙур хужалыҡ тотоп, мул тормошта йәшәй. Ире ауылдың имам-хатибы. Улар 1 ҡыҙға һәм 1 улға ғүмер бүләк иткән. Кинйә ҡыҙы Динә Ғәфүр ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Райондың иң алдынғы уҡытыусыларының береһе үҙе 3 улға әсәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, бер улы яҡты донъяны бик иртә ҡалдырған. Хәстәрлекле килен 17 йыл бергә йәшәгән ҡәйнәһен һуңғы һулышына ҡәҙәр матур итеп бағып, тәрбиәләп әхирәткә оҙатҡан. Тормош иптәше менән юлдары аймылышҡас, артабанғы яҙмышын ауылдашы, класташы Илшат Ҡотлоғолов менән бәйләй. Оло йөрәкле ҡатын Илшаттың 16 йәшлек ҡыҙына, 10 йәшлек улына әсәйҙәрен алмаштырған. Һуңғы 3 йыл дауамында түшәктә ятҡан әсәһен дә ҡарай. Әсәһенең 80 йәшлек юбилейына арнап күркәм йортоноң бер мөйөшөндә музей булдырған. Унда өләсәһе Маһруй Хәлитованың (сығышы менән Иҫке Сибайҙың Ҡарағөбәгенән булған), әсәһенең балаҫтарын, буй юрғандарын, еҙ батмусын, самауырын, башҡа көнкүреш әйберҙәрен, биҙәүестәрен, һандыҡ, әсәһе менән атаһының фотоларын урынлаштырған.

Гөлсирә әхирәтем балаларына яҡшы тәрбиә биргән тип һәр саҡ ҡыуанам. Яман ауырыуға дусар булғанға тиклем бер нисә йыл Басайҙа Гүзәл ҡыҙының урамындағы бәләкәй йортонда торҙо. Шул мәлдә күпләп ҡош-ҡорт аҫрап, балаларына ярҙам итеп йәшәне. Баймаҡта Фуат улы ла үҙ ихатаһында әсәһенә йәтеш кенә йорт һалып бирҙе. Унда 10 йылға яҡын ғүмер итте. Тап ошо осорҙа ул ҡала мәсетенә йөрөп, дини белем алды, ғәрәпсә уҡырға өйрәнде.

Ғүмеребеҙ көҙөнә аяҡ баҫҡанда Гөлсирә Ибраһим ҡыҙы менән балаларыбыҙҙың хәстәренә сорналып йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ.

Йәш ғүмерҙәр ҡалай ҙа үтә, ҡарт көнөңдә бәхетле булыуыңды телә, ти торғайны боронғолар. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә олоғайғас ҡына төшөндөм. Ысынлап та, шулай. Ҡартлыҡты берәү ҙә үҙе менән ҡәбергә алып китмәй, ул мәл етә һәр кемгә. Өлкәнәйгәндә яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн балаларығыҙға ҡарата һәр саҡ миһырбанлы, яҡшы мөғәлләмәлә булығыҙ. Барығыҙҙың да ҡартлыҡта бәхетле булыуын теләйем!

Алһыу Яфарова.

Арҡайым ҡасабаһы, Сибай ҡалаһы.

фото Гөлсирә Ғафарованың шәхси архивынан

Ҡартлыҡта кәрәк бәхет
Ҡартлыҡта кәрәк бәхет
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас