Флүрә Аллаяр ҡыҙы Йылайыр районының Ашҡаҙар ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Аллаяр Билалов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Китапханасы һөнәрен үҙләштереп ҡайтҡас башта район үҙәгенең балалар китапханаһында методист булып эшләй. Тәжрибә туплағас, мөдир итеп тәғәйенләнә. Атаһы, ауылдаштары, туғандары, яҡындары, бер туған апаһы Гөлсирә Аллаяр ҡыҙы ярҙамы менән Йылайыр ауылында ҙур итеп йорт һалып инәләр. Атаһы өйҙөң ҙурлығын күреп: «Был бит клуб! Нимәгә һеҙгә шул тиклем майҙан?»—тип аптырай. Ҡыҙына, улына, үҙенә, яҡындарына яҡшы йәшәү шарттары тыуҙырырға теләй әсә. Гөлсирә апайын, уның сәләмәтлек мөмкинлеге сикле улын, олоғайған көндәрендә ата-әсәһен дә ҡарарға тура килә ҡатынға. Уларҙың барыһын да ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙата.
Әле әсә махсус хәрби операцияла йөрөгән улы Айнур Ҡудашевтан зар-интизар булып хәбәр көтә. Улы 2024 йылдың октябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Махсус хәрби операцияға китер алдынан ул Миңләхмәт Айрат улы Ҡудашевты үҙҙәренә алып ҡайта һәм бер ихаталағы бәләкәй йортта йәшәһен, һин уны ҡара, тип әйтә. Инвалид коляскаһында ултырған ирҙең пенсияһы аҙ булыуын, етмәһә, булмаған машинаға кредит түләүен дә белдерә. Райондың социаль участковыйы Миңләхмәт Айрат улын ғаиләгә ҡарауға тапшырыу тураһында документтар йүнләй.
-Ир-егеттәрҙең күбеһе йәш саҡта ҡатындарын һанға һуҡмауы бер кемгә лә сер түгел. Ҡашҡар ауылынан булған Миңләхмәт Айрат улы менән беҙ 2005 йылда уҡ айырылышҡайныҡ. Ул яңынан өйләнеп башҡа ауылда икенсе ҡатын менән йәшәне. Унан ҡыҙым бар. Улымдың атаһы ул түгел, шулай ҙа уның фамилияһын йөрөтә. Кеше йәнле, етмәһә, яуҙа йөрөгән балам алып ҡайтҡас, мин унан баш тарта алманым. Сәләмәтлек торошо сикле Миңләхмәт Айрат улы бәләкәй өйҙә айырым тора. Ятыр урыны бар, телевизор ҡарай, ашатам, кәрәк-яраҡтарын алып килеп бирәм. Әлбиттә, үткәндәренә, алама ғәҙҙәттәре арҡаһында ғүмерен заяға уҙғарғанға, ошо арҡала ауыр тормош хәленә тарығанға үкенә, әммә терһәкте тешләп булмай,--тип һөйләй Флүрә Билалова.
-Тормошта төрлө хәлдәр була. Оло йәштәге кешене ғаиләгә алыусы Флүрә Аллаяр ҡыҙының яҙмышы ла еңелдән булмаған. Шулай ҙа уның оло йөрәге миһырбанлыҡ, изгелек менән тулы,--ти Йылайыр районының социаль участковыйы Лилиә Воробьева.-Әгәр ҙә янығыҙҙа даими ярҙамға мохтаж, яңғыҙ, өлкән йәштәге граждан йәки инвалид бар икән һәм һеҙ уны үҙ ҡанатығыҙ аҫтына алырға теләһәгеҙ Йылайыр районының Голубцов урамы 108-се йортоноң 2-се кабинетындағы социаль участковый бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
-Йылайырҙа балалар китапханаһында эшләй башлағанда остаздарым: «Флүрә бирешмә! »—тип һөнәребеҙҙең генә түгел, тормоштоң асылына төшөндөргәйне. Уларҙың күбеһе инде хәҙер юҡ. Тик кәңәштәрен һаман тотоп, бирешмәй йәшәргә тырышам. Барлыҡ ҡыуанысым, йыуанысым ҡыҙымдың ҡыҙы--ейәнсәрем. Ул Юлдыбай агроинженерия колледжында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Тик 4-ле һәм 5-ле билдәләренә генә өлгәшә. Ярҙамсым, терәгем дә. Улымдан яҡшы хәбәр булыр тип өмөт итәм. Миңләхмәт Айрат улын да ҡарайым,--тине оло йөрәкле ҡатын Флүрә Аллаяр ҡыҙы Билалова.
Гөлдәр Ҡадаева.