-Ҡыш быйыл һуңлап килде. Шуға күрә бәйләм эшенә лә һалҡындар ныҡлап башланғас ҡына тотондом. Ҡыш башынан алып йәмғеһе 15 пар йөн нәски һәм бейәләй бейәләнем. Ирем, улдарым, ҡыҙым йылы нәскиҙәрҙе аяҡтарынан сисмәй кейә. 3 пар йөн нәскиҙе махсус хәрби операцияла йөрөгән ҡәйнешемә ебәрҙем. Бикәсемдең бәләкәс ҡыҙы менән улына йылы ойоҡҡа йөн, төҫлө ептәр етте,--тип ҡыуана Лилиә Ришат ҡыҙы, эшенең һөҙөмтәһен күреп.-Бер бәйләй башлаһам, мәҫәлән, йән нәскигә тотондом икән, шул көндө уның берәүһенең осона сыҡмайынса ҡуймайым. Телевизорҙан фильмдар ҡарағанда бәйләйем, ҡамыр ҡуйһам, ул ҡабарғансы тағы ҡулыма энәләремде алам. Иләнгән йөн бар икән, мин унан мотлаҡ нимәлер бәйләргә тейешмен. Бәйләмде ҡуйһам, ҡорама ҡорорға керешәм.
Йөн, дебетте Лилиә Ришат ҡыҙына Баймаҡ районының Шүлкә ауылында йәшәүсе әсәһе Миңлегөл Байтурина хәстәрләй. Ул һарыҡ йөнөн, кәзә дебетен йыуып, тетеп, ҡабалап, иләп, йомғаҡлап ебәрә. Ҡыҙы иһә әсәһенең тырышлығының бер һүрәмен дә әрәм итмәҫкә тырыша. Инде күптән хаҡлы ялда булған Миңлегөл апай үҙе лә бәйләүгә оҫта. Йәй ҡош-ҡорт аҫрап, картуф үҫтереп уларҙы көҙ эш итеп алыу менән эшкә төшөргә атлығып тора. Каникулда ейән-ейәнсәрҙәре лә уның янында ял итергә ярата.
Миңлегөл һәм Ришат Байтуриндар 4 бала – 2 ул һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Лилиә уларҙың икенсе балалары. Башта Сибай педагогия колледжын, артабан Сибай институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Йылайыр районының Япарһаҙ ауылында уҡытыусы булып башлаған. Шул ауыл егете Илнур Вәхитовҡа кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡоралар. Донъяларын йәмләп бер-бер артлы 3 балалары тыуа. Ҡайны-ҡәйнәһе Рауил һәм Мансура Вәхитовтар, ата-әсәһе Миңлегөл һәм Ришат Байтуриндар йәш ғаилә ныҡлы аяҡҡа баҫып китһен өсөн һәр яҡлап ярҙам итә. Балаларының киләсәген уйлап Лилиә менән Илнур 2012 йылдың көҙөндә Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһына күсә. Лилиә Ришат ҡыҙы Арҡайым балалар баҡсаһында, ғаилә башлығы Илнур Рауил улы “Семикс” йәмғиәтенең Сибай эзбиз карьерында эшләй. Өлкән улдары Рамаҙан әрме сафын үтеп ҡайтып, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, Себер тарафтарында аҡса таба. Ҡыҙҙары Зөлхизә Сибай күп тармаҡлы профессиональ, кинйәләре Райман Сибай төҙөлөш һәм сервис колледждарында белем ала.
Мал, ҡош-ҡорт аҫрап етеш тормош көткән Вәхитовтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле, эшкә әрһеҙ. Лилиә Ришат ҡыҙы бәйләм бәйләүгә генә түгел, аш-һыу әҙерләүгә, баҡса үҫтереп, эш итеүгә оҫта. Ике һыйыр һауып, һөтөн эшкәртеп, телеңде йоторлоҡ һөт ризыҡтары – ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, ҡатыҡ яһап ғаиләһен туйындыра, артығын һата. Шулай уҡ ул ҡомалаҡтан әсетке яһап, ҡабартып икмәк тә бешерә.
Автор фотоһы.