Башҡорт фольклоры, ауыҙ-тел ижады булараҡ, мәҙәниәттең мөһим бер өлөшөн, рухи байлыҡты тәшкил итә. Ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы, күңел ынтылышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән был мәҙәни хазина бөгөн ҡурсалауға мохтаж. Был йәһәттән Сибай ҡалаһының мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Йәнгүҙәй» фольклор ансамбле ҙур эш башҡара.
Ансамблдең һәр ағзаһы халҡыбыҙҙың йыр-моңона, сәнғәтенә булған һөйөү берләштерә.
1980 йылдарҙа ҡалала үҙешмәкәр сәнғәт ижадына иғтибар көсәйә. Яңы ансамблдәр, төрлө йүнәлештә түңәрәктәр асыла. Тап ошо осорҙа «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбле барлыҡҡа килә. Уның ойоштороусыһы--педагог, рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов була. Ансамбль башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле булараҡ эшләй башлаһа, яйлап уға бейеүселәр, йырсылар ҡушыла һәм ул Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайында «Йәнгүҙәй» фольклор ансамбле булып эшләй башлай. Етәксе итеп Мәзүнә Ишбулатова ҡуйыла. 1987 йылда «Төҙөүсе» клубында Фәнүзә Мөхәмәтйәнова етәкселегендә ҡалала тағы ла бер «Йәйғор» фольклор ансамбле үҙ эшен башлай. 1990 йылдар башында Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы, йылда «Төҙөүсе» клубы эшмәкәрлектәрен туҡтатыу сәбәпле «Йәнгүҙәй» һәм «Йәйғор» ансамблдәре берләшеп, ҡаланың мәҙәниәт тормошон биҙәүен дауам итә. Был осорҙа ошо ансамблдәр бихисап йәш артистарға ҡанат ҡуя.
1993 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы Сибай дәүләт филармонияһына әүерелә, ә «Йәнгүҙәй» ансамбле, халыҡ ижады йортона күсә. Бөгөн ансамбль эшмәкәрлеген Ҡала мәҙәниәт йортонда дауам итә. Ижади төркөм барлыҡҡа килгәндән алып, бөгөнгө көнгә тиклем унда меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Йылдан-йыл ансамблдең репертуары байытыла, ул яңы һулыш ала. Мәзүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймаҡ районында, Сибайҙа халыҡ ижадын үҫтереүгә ҙур көс һала. Уның намыҫлы хеҙмәте РСФСР-ҙың 1983-1985 йылдарҙа үткәрелгән Бөтә Союз смотры Еңеүсеһе значогы, 2009 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы Почет грамотаһы менән баһалана.
2000 йылдан «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамблен мәғариф ветераны Бану Мәхмүтйән ҡыҙы Бакирова етәкләй. Ул эшләгән осорҙа ансамбль Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған «Ашҡаҙар таңдары» конкурсында Бану Мәхмүтйән ҡыҙы Бакирова ҡуйған «Биртек» йолаһы гран-при яулай.
2010 йылдарҙа «Йәнгүҙәй»ҙе етәкләгән Айһылыу Абдрахманованы ла билдәләп үтергә кәрәк. Айһылыу Ибраһим ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһендә лә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй, кино селтәрендә яҡшы белгес була.
«Йәнгүҙәй»ҙәр ансамблдең репертуарын даими яңыртып тороуға тос өлөш инедргән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы, сәсәниә Асия Ғәйнуллинаға рәхмәтле. Уның сценарийҙары менән әҙерләнгән сығыштары менән төрлө республика конкурстарында еңеүҙәр яулайҙар.
Әлеге ваҡытта «Йәнгүҙәй» фольклор ансамблен Гөлсиә Шәмсетдинова етәкләй. Төбәк-ара, республика бәйгеләрендә еңеүҙәре, Урал аръяғы фольклорын тергеҙеү, уны сәхнәгә сығарып йәштәргә өйрәтеү--Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе.
-Күптән түгел ижади коллективыбыҙҙың 45 йыллығын матур концерт билдәләнек. Унда ансамблдә тәүге көндәренән үк репертуарҙа булған йырҙар яңғыраны, иҫтәлектәр, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан килгән күренекле фольклор ансамблдаренең сығыштары кисәбеҙгә ҙур мәртәбә өҫтәне. Беҙҙең халыҡ фольклор ансамблендә ҡасандыр үҙ һөнәрҙәре буйынса намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан--Хәлиҙә Байморатова, Айһылыу Абдрахманова, Миңһылыу Теләүҡабулова, Менәүрә Мөкминова, Зарифа Ниғмәтуллина, Ғәлимә Хәкимуллина, Зәйтүнә Биктимерова, Зәкиә Аҫылбаева, Рәшиҙә Фәттахова, Зөһрә Хәсәнова, Флүрә Абдрахмановалар бик теләп шөғөлләнә. Уларҙың йөрәктәрендә булған башҡорт халыҡ ижадына, башҡорт йырҙарына, теленә һөйөү, ихтирам ҙур ғорурлыҡ уята. Өлкән төркөмгә алмаш тупланыуы иһә быуындар күсәгилешлегенә ишара,--ти ансамбль етәксеһе Гөлсиә Мөхәмәт ҡыҙы.
«Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбле тураһында яҙғанда Дамир Аҡназаровты иҫкә алып китмәү яҙыҡ булыр. Бар яҡлап та талантлы Дамир Яҡуп улы матур бейене, оҙон көйҙәрҙе еренә еткереп йырланы, халыҡ театрында төп ролдәрҙе башҡарҙы, думбрала уйнаны, музыка ҡоралдарын эшләне һәм йүнәтте. Шулай уҡ баянсы Кәлимулла Хәлил улы Ильясов, хәҙерге ваҡыттағы аккомпаниатор Салауат Фазыл улы Исхаҡов ижади коллктивҡа сағыу биҙәк өҫтәй.
«Йәнгүҙәй»ҙәр сәхнә күрке генә түгел, илебеҙ халҡы менән бер рәттән, фронтҡа ярҙам хәстәре менән дә яна. Махсус хәрби операциялағы егеттәргә маскировкалау селтәре үрергә ярҙам итәләр, йөн ойоҡтар һәм бейәләйҙәр бәйләйҙәр, бетеүҙәр әҙерләйҙәр. Уларҙың һәр ваҡыт шулай ижадты юлдаш итеп, тормошто биҙәп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Әлфирә Үҙәнбаева, ҡала мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре.