Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
8 Октябрь 2025, 14:30

«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»

Сибай ҡала мәҙәниәт йортонда тағы бер үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй һәм ул «Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан» тип атала. Ҡалабыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмәгә таусылар төйәгендә тыуып үҫп, әлеге көндә төрлө тарафтарҙа йәшәүсе апайлы-һеңлеле Райхана Дәүләтшина һәм Рәйлә Ғәлинаның картиналары һәм ҡул эштәре ҡуйылған. Райхана Юлай ҡыҙы күргәҙмәне асыу тантанаһында үҙе ҡатнашты. Ул әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 47 йыл педагогик стажы бар. Балалар баҡсаларында, мәктәптә, колледждарҙа уҡытҡан, Өфөнөң Киров районындағы 144-се мәктәптә директор булған. Әлеге ваҡытта баш ҡалала Балалар үҫеш үҙәген етәкләй. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш яҡташыбыҙ психология менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, һүрәт төшөрә. Ул Евразия рәссамдары союзы ағзаһы, уның ижади эштәре Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстанда, Ҡытайҙа ла шәхси күргәҙмәләргә ҡуйылған. Был иһә Райхана Дәүләтшина йылдың иң яҡшы дизайнеры ла булып танылған.

«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»

 

 

-Мин 1958 йылда Сибайҙа тыуғанмын. Атайым Юлай Вафа улы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында водитель булып эшләне. Ул оҙон көйҙәрҙе бик матур итеп йырланы, баянда уйнаны. Әсәйебеҙ Миңлебикә Ниғәмәт ҡыҙы тегенсе ине. Ҡул эштәренә бик маһир булды,--тип һөйләне күргәҙмәне асҡанда үҙе менән таныштырып Райхана Юлай ҡыҙы.-Атай-әсәйебеҙҙән күреп беҙ ҙә эшкә өлгөр булып үҫтек. Күреүегеҙсә, әле лә ижад юлындабыҙ. Сибайға ашҡынып килдем. Ҡалабыҙ матурайған, һәр ваҡыттағыса кешеләре алсаҡ, изге күңелле. Ошондай сара ойоштороп, беҙҙең эштәрҙе күргәҙмәгә ҡуйғаны өсөн мәҙәниәт йорто директоры Ләйлә Аллабирҙинаға рәхмәт!

Райхана Юлай ҡыҙының 2 балаһы, 3 ейән-ейәнсәре бар. Ейәнсәрҙәре Камила һәм Әминә лә уға оҡшап һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Ҡыҙҙар музыка менән етди шөғөлләнә, сит телдәрҙе өйрәнә.

Райхана Юлай ҡыҙының һеңлеһе Рәйлә Юлай ҡыҙы Ғәлина әле ваҡытта Санкт-Петурбургта йәшәй. 1 йәшлек кенә ейәнен ҡарағанлыҡтан, күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнаша алманы. Күргәҙмәгә уңған ҡатындың үҙ ҡулдары менән эшләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре: селтәр, һарауыс, ҡашмау, сарыҡ һәм башҡа милли әйберҙәре ҡуйылды. Рәйлә Ғәлина шулай уҡ уйынсаҡтар эшләү менән дә мауыға.

Рәйлә Юлай ҡыҙы 1961 йылда Сибайҙа тыуған. Балалар музыка мәктәбендә, башланғыс махсус музыка мәктәбендә фортепиано класында балаларға музыкаль белем биргән. Унан ғаиләһе менән Коми Республикаһына күсеп киткән. Унда башҡорт-татар ойошмаһына йөрөп, тыуған яғы менән бәйләнеш тотоуға ҙур өлөш индерә. Берҙән-бер ҡыҙы Санкт-Петербургҡ ҡалаһына уҡырға барып, шунда төпләнеп ҡалғас, Рәйлә ханым да ҡыҙы янына күсенә. Төньяҡ баш ҡалала Рәйлә Юлай ҡыҙы «Ирәндек» башҡорт ансамблендә шөғөлләнә, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы. Яҡташтар берлеге сит ерҙә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалай, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерә. Санкт-Петербургтың Милләттәр йортонда, Ленинград өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йортонда йыш ҡына сығыш яһайҙар.

Бер нисә йыл элек Рәйлә Юлай ҡыҙы үҙе яһаған ҡурсаҡтары менән Өфөлә ҡул эштәре күргәҙмәһендә ҡатнаша.

-Матур итеп әйбер тегергә әсәйемдән өйрәндем. Эш араһында ҙемә, туғандарыма, дуҫ ҡыҙҙарыма күлдәк тегә торғайным. Хаҡлы ялға сыҡҡас иһә, етмәһә интернет барлыҡҡа килгәс, милли биҙәүестәр яһау, ҡурсаҡ эшләү шөғөлөнә баш-көллө сумдым,--тине Рәйлә Юлай ҡыҙы телефондан аралашҡанда.-Һуңғы арала үҙемә, апайыма, ҡыҙыма селтәр, ҡашмау, таҫтар, һарауыс яһаным, камзулдар тектем.

Рәйлә Ғәлинаның күп кенә эштәре күргәҙмәгә ҡуйылған. Райхана Юлай ҡыҙының картиналары ла тыуған яҡтың тәбиғәтен сағылдырыуы менән алдыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан» күргәҙмәһе 15 октябргә ҡәҙәр эшләй.

Гөлдәр Ҡадаева.

«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
«Беҙ үҙебеҙ Сибайҙан»
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас