Социаль хеҙмәткәр һөйләүенсә, өлкәндәр көнкүреш эштәрендә ярҙамдан да бигерәк, аралашыуға, һөйләшеп ултырыуға зарыға. Яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыналар, ҡыуаныстары, аһ-зарҙары менән дә бүлешәләр.
Алтын ҡасабаһында йәшәгән Филүзә Шәрифйән ҡыҙы көн дауамында барлыҡ ололарын урап сыға. Ул Әбйәлил районының Әбдрәш ауылында тыуып үҫеп, Сибай интернатында урта белем алғандан һуң Йоматау ауыл хужалығы техникумында бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән. Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында һөнәре буйынса эшләгән. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетын тамамлаған. Социаль хеҙмәткәр булып китеүенә олоғайған әсәһен ҡарау сәбәпсе булған. Әммә ул тормошондағы бындай боролошҡа бер ҙә үкенмәй, эшен ярата, оло йәштәгеләр уны түҙемһеҙлек менән көтөп тора. Былтыр намыҫлы хеҙмәте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланған.
Филүзә Нурмөхәмәтова күп балалы әсә, 2 ул бер ҡыҙға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа күрә, бала ҡайғыһын да кисергән, махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизацияға элегеп киткән уртансы улы Илсур батырҙарса һәләк булған.
Гөлдәр Ҡадаева.