АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, уҡсы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!

Ярославль өлкәһендә Халыҡ-ара һыбай уҡ буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярыш үтте. Башҡортостан исеменән Сибай ҡалаһы уҡсылары Раушания Сабитова менән Резеда Латыпова сығыш яһаны.Рәсәйҙең көслө уҡсыларынан тыш ярышҡа Төркиә, Ҡаҙағстандан да мәргән атыусы ҡатын-ҡыҙҙар килгән.Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуып үҫкән Раушания Әхтәм ҡыҙы ярыштың "Һунар" маршрутын лайыҡлы үтеп, 3-сө урын яуланы. Афарин, Раушания!!!

Афарин, уҡсы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!
Афарин, уҡсы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!


Латыпова Резеда ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, әммә призлы урындарға эләгеүгә бер аҙ ғына мәрәй етмәй ҡалды.
Алыҫ ара тип тормай (уҡсылар 19 сәғәт юлда барҙы)  шундай ҙур кимәлдәге ярыш барып юғары һөҙөмтәләргә ирешкәндәре өсөн Раушания менән Резедаға тик афарин тип әйтәһе генә ҡала. Артабан да шулай дәртле булып ҡалығыҙ. Уңыштар һеҙгә!!!
Ятып ҡалғансы-атып ҡал!!!

Башҡорт уҡсылары төркөмөнән.

Афарин, уҡсы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!
Афарин, уҡсы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары!
Автор:Гульдар Кадаева