АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
16 Апрель 2023, 21:00

ҺӘЛӘТЛЕ ПЕДАГОГ

Балаларға белем һәм тәрбиә биреү – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙеңдең тәрбиәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло талант. Бөгөн һүҙ ошондай һәләтле педагогтарҙың береһе - маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, педагогик хеҙмәт ветераны, 65 йәшлек юбилейын билдәләүсе Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы Кәримова тураһында булыр һүҙебеҙ.

ҺӘЛӘТЛЕ ПЕДАГОГ
ҺӘЛӘТЛЕ ПЕДАГОГ
Балаларға белем һәм тәрбиә биреү – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙеңдең тәрбиәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло талант. Бөгөн һүҙ ошондай һәләтле педагогтарҙың береһе - Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, педагогик хеҙмәт ветераны, 65 йәшлек юбилейын билдәләүсе Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы Кәримова тураһында булыр һүҙебеҙ.
1981 йылда Магнитогорсҡ ҡалаһының педагогик институтын тамамлап, физика һәм математика уҡытыусыһы булып эш башлап ебәрә. Әммә 1985 йылда тормош елдәре уны Сибай ҡалаһына алып килә һәм ул "Дюймовочка" балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша. Йәш педагог тәүге көндәрҙән үк үҙен яҡшы белгес итеп күрһәтә. Ниндәй генә заман килһә лә белем биреү өлкәһендәге һөнәр, иң кәрәкле һәм шул уҡ ваҡытта иң сетереклеһе булып ҡала.Уҡытыусы менән тәрбиәсе – һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Сөнки уҡытыусы менән тәрбиәсе һәр балаға был ҡатмарлы тормошта, бигерәк тә беҙҙең 21 быуатта, үҙ-үҙен табырға ярҙам итә. Ә Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы ана шундай педагогтарҙың береһе. Ул аҡыллы, мәрхәмәтле, талапсан һәм бала күңелен аңлай белә торған кеше.
Заман алға киткән һайын бөтә һөнәрҙәр өсөн дә талаптар көсәйә. Бөгөн уҡытыусы менән тәрбиәсе киң эрудициялы, заман менән бергә атлаусы, яңы технологияларҙы яҡшы белгән педагог булырға тейеш. Заманға яраҡлашып, балаларға ғына түгел коллективҡа эшкә килгән һәр йәш белгесте ҡурсалап хеҙмәт юлына баҫтырыу, ярҙам итеү ҙә – педагогтың бурысы. Беҙ, коллегалары, Йәмилә Сәйфулла ҡыҙын шәхес булараҡ ҙурлайбыҙ, остаз булараҡ хөрмәт итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Донъяға һине әсәң тыуҙырһа, кешеләр өсөн һине эшең тыуҙыра. Эш – икенсе әсәң һинең. Ул ғына, тик ул ғына һине кеше итә, матурлай, биҙәй һәм үҫтерә. Эшһеҙ һин буш һәм мәғәнәһеҙ...”.
Йәмилә Сәйфулла ҡыҙын юбилейы менән ҡотлайбыҙ.Тормош иптәше менән ҡулға-ҡул тотоношоп, балаларының изгелеген күреп, тағы ла күп йылдар бәхетле тормош кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә яҡты маяҡ булып, иман нуры сәсеп йәшә лә йәшә әле, остаз!
 
 
ГӨЛШАТ ХАСАЕВА, ТӘРБИӘСЕ.
Автор:
Читайте нас: