Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
15 Апрель 2023, 17:55

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға миҙал тапшырҙылар

Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева Ағиҙел журналының 100 йыллығы уңайынан ойошторолған повестар конкурсында лауреат булыуын хәбәр иткәйнек. Өфөлә үткән ошо уҡ сарала ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң ҙур наградаһы - билдәле әүҙемсе Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән дә бүләкләнде. 

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға миҙал тапшырҙылар
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға миҙал тапшырҙылар

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульдар Кадаева