Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
21 Март 2023, 10:45

АЛЫҪТАН ТӨШКӘН КИЛЕН

Миңә Әбделкәрим ауылының тәбиғәте, кешеләре, һауаһы, һыуы—барыһы ла оҡшай. Татарстандағы туғандарым кире ҡайтырға өгөтләне, әммә миңә ошо ерҙән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Мин бында үҙемде бәхетле тоям,—тип ҡыуана Зифина ханым.

АЛЫҪТАН ТӨШКӘН КИЛЕН
АЛЫҪТАН ТӨШКӘН КИЛЕН

Шәйҙуллина Зифина Рафаҡ ҡыҙы 1969 йылдың 21 мартында Татарстандың Аҡтаныш районында Түбәнге Яҡшый ауылында донъяға килгән. Ауыл мәктәбен тамамлаған ҡыҙ район үҙәгенең һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә һәм ашнаҡсы, водитель һөнәрен ала. Диплом алған йәш белгес Юғары Яҡшый ауылы мәҙәниәт йортона мөдир булып эшкә төшә. Артабан хеҙмәт юлын үҙенең тыуған ауылында клуб мөдире вазифаһында дауам итә.

Кешене яҙмышы йөрөтә, тиҙәр. Зифина Рафаҡ ҡыҙына ла тормошо юлында бик күп һынауҙар үтергә тура килә. Шулай итеп, яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, был мөләйем ҡатын Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылына килеп төпләнә. Ул ошо ауылдың шәп ир-егете Биктимиров Илдар Риф улы менән тормошон бәйләй. Зифина ханымдың ике балаһын да ул үҙ балаларындай күреп йылы ҡабул итә. Бәхетле ғаиләнең өйөнә йәм өҫтәп уртаҡ ҡыҙҙары Лилиә тыуа. Ул 10-класта уҡый.

—Иремдең тамырҙары Баҡалы районына барып тоташа. Уның атаһы Риф милләте буйынса татар булған. Уны бәләкәй генә сағында Әбделкәрим балалар йортона ебәргән булғандар. Үҫеп, ир ҡорона ингәс, ул бында үҙенең тормош юлдашын, минең буласаҡ ҡәйнәм Хәмдиәне осрата. Улар матур ғүмер итәләр. Мин был нәҫелгә килен булып төшөр алдынан ғына, йәғни 2005 йылдың майында ҡайным мәрхүм булған ине. Август айында беҙ бата уҡыттыҡ. Шулай итеп, уға үҙенең тыуған яҡтарынан төшкән киленен күрергә насип булмай. Беҙҙең Аҡтаныш районы менән Баҡалы араһы ни бары 40 саҡрым ғына. Миңә Әбделкәрим ауылының тәбиғәте, кешеләре, һауаһы, һыуы—барыһы ла оҡшай. Татарстандағы туғандарым кире ҡайтырға өгөтләне, әммә миңә ошо ерҙән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Мин бында үҙемде бәхетле тоям,—тип ҡыуана Зифина ханым.

Зифина Рафаҡ ҡыҙы эше менән дә бәхетле. Әбделкәрим ауылының мәҙәниәт йортонда мөдир булып тырышып эшләп йөрөүсе ҡатынды олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Тәжрибәле һәм тынғыһыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәре ауыл клубына йәм һәм ҡот индереү өсөн күп көс һала. Алғаҙы ауылының “Миләш” ансамбле, Әбделкәрим һәм Ҡыуат ауылдарын берләштергән “Түңгәүер” халыҡ фольклор ансамбле, Ағинәйҙәр ойошмаһы ауыл биләмәһендә ойошторолған бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай. Йәштән йырға маһир Зифина Рафаҡ ҡыҙы үҙе лә матур итеп йырлай, таҡмаҡтар сығара, шиғырҙар яҙа. Төбәгебеҙҙең мәҙәни тормошон үҫтереүгә тос өлөш индереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Р.Шәйҙуллинаның фиҙаҡәр хеҙмәте республика һәм район күләмендә бирелгән  Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.

Зифина ханымдың күңеленә килгән шөғөлдәре бихисап. Төрлө төҫтәге баҡса сәскәләре һәм йорт гөлдәрен үҫтерергә ярата ул. Ауыл халҡының һорауы буйынса туй һәм юбилей табындарына, башҡа байрамдарға тәмле-тәмле сәк-сәктәр бешерә.  Күптән түгел сәк-сәктәрен махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ла оҙатҡан. Матур һүҙле, оҫта ҡуллы ҡатынды тыуған көндәргә, юбилей сараларына тамада итеп тә, ашнаҡсы булараҡ та саҡыралар. Ауылдаштары уны штукатур-маляр булараҡ та яҡшы белә. Ваҡ ремонт эштәре булһынмы, мейестәрен плитә менән йөҙләү өсөн дә Зифина ханымға мөрәжәғәт итәләр улар. Бына шундай уңған ул—алыҫтан төшкән килен!

Әсә кешегә күп нәмә кәрәкмәй, ғаиләһе һәм балалары имен-һау булһа—шул етә. Зифина апайҙың өлкән ҡыҙы Гөлназы үҙ ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй, уртансыһы—Айгизәр улы былтыр ноябрь айында әрме хеҙмәтенән ҡайтып, әлеге ваҡытта Силәбелә эшләй. Кесе ҡыҙҙары Лилиә әсә-атаһының беренсе ярҙамсыһы, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, йорт эштәренә лә өлгөрә. Мәктәп намыҫын яҡлап, йыр һәм бейеү буйынса район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа призлы урындар яулай. Йорт хужаһы Илдар Риф улының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Балта оҫтаһы булараҡ ул күптәргә бура бурап биргән, башҡа төрлө ағас эштәрен дә атҡарған. Ҡатынының эшендә лә ихлас ярҙамлаша, клубты ремонтлауға бик күп көс һала. Сәхнәне яңынан эшләп, иҙәндәрҙе яңыртҡас клубҡа йән ингәндәй булып ҡала. Клубтың сүп-сарын түгеү, стеналарын һылау, буяу эштәрендә Зифина апайҙың балалары ла ярҙамлаша. Зифина Рафаҡ ҡыҙы үҙенең һәр башланғысын күтәреп алғандары һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл халҡына, ауыл хакимите башлығына, райондың мәҙәниәт бүлеге етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтле. Киләсәктә лә ауылдаштары өсөн илһамланып эшләргә, ауылдың мәҙәни тормошон гөрләтеп йәшәргә тигән уй-ниәт менән яна ул.

Альбина Таһирова.  

Автор:Резеда Валиева