АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
13 Декабрь 2022, 20:50

Дүрт әсә миҙал алды

Баймаҡ районынан 5 һәм унан да күп бала тәрбиәләүсе дүрт әсә - Кристина Арманшина, Эльвира Нарынбаева, Альбина Улйәбаева һәм Татьяна Хәсәнова «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнделәр.

Дүрт әсә миҙал алды
Дүрт әсә миҙал алды

«Һеҙ үҙегеҙҙе изге әсәлек хеҙмәтенә бағышланығыҙ. Һәм һеҙҙең төп маҡсатығыҙ - ғаилә усағын нығытыу. Артабан балаларығыҙ һеҙҙе үҙ уңыштары менән ҡыуандырһын. Барығыҙға ла иң тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ һәм иң изге теләктәр юллайым. Был наградаларҙы ғорур рәүештә йөрөтөгөҙ», - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:Гульдар Кадаева