АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
1 Декабрь 2022, 15:45

Вәзәмдәрҙең шәле күҙҙең яуын ала

Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы башланды. Өс көн дауамында итәсәк сарала алтын ҡуллы оҫталар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары үҙ тауарын, үҙ эшен күрһәтә. Күркәм сараның маҡсаты – милли художество кәсебе – башҡорт дебет шәленә йәмғиәттә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, «Башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыу һәм таратыу. Сараға Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылының "Вәзәм һуҡма шәле" халыҡ клубы махсус рәүештә саҡырылған. 

Вәзәмдәрҙең шәле күҙҙең яуын ала
Вәзәмдәрҙең шәле күҙҙең яуын ала

Күргәҙмәнең беренсе көнөндә үк Вәзәм оҫталарының һуҡма дебет шәлдәре менән күптәр ҡыҙыҡһынған.

Автор:Гульдар Кадаева