Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
26 Ноябрь 2022, 18:10

Ҡурсаҡтарҙы үҙе яһай

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында йәшәүсе Айһылыу Тажетдин ҡыҙының өй эсе балҡып тора: тәҙрәләрҙә гөлдәр сәскә ата, һәр ерҙә үҙ ҡулдары менән эшләнгән матурлыҡ күҙгә ташлана. Һуңғы ваҡытта ауыл ағинәйе ейәнсәрҙәренең һорауы буйынса ҡурсаҡтар эшләү менән булыша. Төрлө йомшаҡ уйынсыҡтар тегә, бәйләй, уларға кейемдәр кейҙерә. Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай, ҡарһылыуҙар текһә, әле 8 март байрамына башҡорт ҡурсаҡтары эшләргә хыяллана.Өләсәйҙәрҙең үҙҙәре эшләгән уйынсыҡтары матурлығы менән генә түгел, тәрбиәүи яҡтан да оло әһәмиәткә эйә. Сөнки магазин кәштәләрендә һатылған, кескәй ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән Барби кеүек ҡурсаҡтарҙың һуңғы ваҡытта зауыҡһыҙ һәм тәрбиәүи яҡтан киреһенсә, балаларҙы ололар тормошона ваҡытынан алда этәргес булып та тороуы менән күп ата-әсәләр араһында ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Ә бына үҙ ҡулдары менән бәйләнгән Буратино, Мальвина, Ҡарһылыу, Көҙһылыу , Айһылыу кеүек уйынсыҡтар балаларға ҡыҙыҡ та, хәүефһеҙ ҙә

Ҡурсаҡтарҙы үҙе яһай
Ҡурсаҡтарҙы үҙе яһай

Шулай уҡ Айһылыу Таһирова ултырғыс-диван ябыуҙары, ырғаҡ ярҙамында төрлө сәскәләр, карауат һәм өҫтәл япмаларын үҙ ҡулдары менән эшләгән.
--Ҡул эштәренә тотонһам, бар арыу-хәсрәттәрем юғала, кистәр тиҙерәк үтә, күңел күтәрелә,--ти.

Автор:Гульдар Кадаева