Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
13 Ноябрь 2022, 09:30

Ҡашҡарҙа - ҡаҙ өмәһе

Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын һаҡлау, тергеҙеү маҡсатында күп эш башҡарыла. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе.

Ҡашҡарҙа - ҡаҙ өмәһе
Ҡашҡарҙа - ҡаҙ өмәһе

«Хәжәр апайҙың йортонда бөгөн ҡаҙ өмәһе үткәрҙек. Яҡындарыбыҙ тиҙ генә йыйылып, һәр кем эшкә тотондо. Ҡаҙан аҫып, һыу йылытылды. Изге теләктәребеҙҙе әйтеп эш башланыҡ.

Ауылда берҙәмлек һаҡланып килә, Аллаға шөкөр. Һәр кемебеҙ оҫтарып бөткән: ҡаҙҙы ҡаҙандағы эҫе һыуға тығып, йөнөн йолҡоп, эсен таҙалап, ирҙәрҙән өттөрөргә өлгөртөп торабыҙ. Йола буйынса, Йылайыр буйына теләктәр теләй-теләй төшөп, сайҡатып алып ҡайттыҡ”, – тип яҙған Ҡашҡар ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәге мөдире Зарифа Юламанова. - Ҡаҙ ите тәмле, татлы булһын өсөн уны таҙартып бөткәс тә ныҡ итеп тоҙлап, бер көнгә һеңдерергә ҡалдыралар. Иртәгәһенә полиэтилен тоҡсайҙарға һалып туңдырғысҡа урынлаштыралар».

(Автор - Р. Иҫәнбаева. З. Юламанова фотолары).

Автор:Гульдар Кадаева