АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күркәм ханымдар
27 Июль 2022, 09:50

Ҡорама ҡорай һабырҙар

Йылайыр районының Һабыр ауылы китапханаһында ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Ҡул эштәренә маһир Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы Таһирова халҡыбыҙҙың был үҙенсәлекле шөғөлөнөң нескәлектәрен балаларға аңлатты һәм ҡорама ҡорап күрһәтте.

Ҡорама ҡорай һабырҙар
Ҡорама ҡорай һабырҙар

Шулай итеп балаларҙың каникулының бер көнө файҙалы үтте. Ҡыҙҙар өсөн был ҡул эше айырыуса кәрәкле.

Мәғлүмәт һәм фото Һабыр ауылы китапханаһы сәхифәһенән.

Ҡорама ҡорай һабырҙар
Ҡорама ҡорай һабырҙар
Автор:Гульдар Кадаева